Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Март 2023, 14:37

«Үлемһеҙ полк» акцияһына әҙерлек башланды

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2022 йылдың 9 майында республикала 487 мең кеше Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яулағандарҙы хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн «Үлемһеҙ полк» сафына баҫты.

«Үлемһеҙ полк» акцияһына әҙерлек башланды
«Үлемһеҙ полк» акцияһына әҙерлек башланды

Өфө хакимиәте 9 майҙа «Үлемһеҙ полк» акцияһын үткәрергә әҙерләнә башланы. Ҡала властары алдында былтыр 170 мең кеше ҡатнашҡан сараның графигын, мәҙәни программаһын һәм хәүефһеҙлек сараларын билдәләү бурысы тора. Октябрь проспектын ябыуға бәйле шәхси һәм йәмәғәт транспортының урау хәрәкәтен ойоштороу мәсьәләһе тикшерелә.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2022 йылдың 9 майында республикала 487 мең кеше Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яулағандарҙы хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн «Үлемһеҙ полк» сафына баҫты.

Улар әҙерләнгән штендерҙар йәки туғандарының һәм яҡындарының, фронтовиктарҙың һәм тыл эшсәндәренең фотоһүрәттәрен тотоп барҙы. Акция республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында үтте.

https://www.bashinform.ru

«Үлемһеҙ полк» акцияһына әҙерлек башланды
«Үлемһеҙ полк» акцияһына әҙерлек башланды
Автор:
Читайте нас: