Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһы хирургтары эндоскопия хирургияһы өсөн яңы электромеханик ҡорамал комплектынан әүҙем файҙалана. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге звеноны яңыртыу” программаһына ярашлы алынған ҡорамал белгестәрҙең эшен күпкә еңеләйтәсәк.
– Артроскопия – әмәлиәттең иң уңышлы ысулы, төрлө ауырлыҡтағы быуын зарарланыуҙарын айырыуса теүәл диагностикалай. Магнит-резонанс томографияһы һәм ультратауыш тикшеренеүе менән сағыштырғанда күп өҫтөнлөктәргә эйә, ул табипҡа диагностикалауҙан тыш патологиянан арындырырға ла ярҙам итә, – ти Ринат Нагаев.
Бөтә процедура тирене микрокиҫеү аша үткәрелә. Һүрәт алыу өсөн диаметры 1,9 миллиметрҙан дүрт миллиметрға тиклем диаметрлы артроскопты файҙаланалар. Яраны нескә хирургик еп менән тегәләр. Элекке ҡорамалдан айырмалы, яңы моделдең 4К мөмкинлеге булған экраны бар. Был хирургтарға ҙур ярҙам тигән һүҙ. Ринат Нагаевтың әйтеүенсә, сифатлы медицина ҡорамалы табиптарға сирҙәрҙе дауалауҙа ҙуры уңыштарға өлгәшергә ярҙам итәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.