Ирҙәрҙе оҙатырға ҡатындары, ата-әсәләре, балалары, иптәштәре килгәйне. Улар янында «Шах» позывнойлы ветеран да бар. Был һуғышсы СВО зонаһында хәрби хеҙмәттән йәше буйынса ҡаытҡан. Әммә Шах Башҡортостанда формалашҡан Даян Мурзин исемендәге яңы ирекле батальон сафтарына инә. Ир-ат һуғышсан иптәштәре яуҙа булғанда ситтә ала алмай. Хәҙер ул Даян Мурзин исемендәге һәм "Төньяҡ амурҙары" ирекле батальондарын формалаштырыу штабына инә һәм әлегә ғаризалар ҡабул итеү менән шөғөлләнә, буласаҡ хәрби хеҙмәткәрҙәргә автобиографияны нисек дөрөҫ яҙырға кәрәклеген, аҡсалата түләүҙәр алыу тәртибен аңлата. "Шах" батальонға ингәндә юғары белемен һәм Эске эштәр министрлығында офицер стажын иҫәпкә алғандарын хәбәр итте. Шуға күрә ул хәрби офицер дәрәжәһен аласаҡ һәм батальондың замполиты булараҡ СВО-ға хеҙмәт итергә барасаҡ.
"Бөгөн мин иптәштәремде алғы һыҙыҡҡа оҙатам. Уларҙы күреүемә бик шат булдым. Минең ҡоралдаштарым яңы батальондар ойоштороу барышындағы хәлдәр, волонтерҙар күп яҙыламы, тип ҡыҙыҡһынды. Ир-аттар батальонға актив яҙыла. Штабҡа килгән Башҡортостан халҡы "шайморатовсыларға“ һәм "доставаловсыларға“ һәм республиканан мобилизацияланғандарға ярҙам итергә теләүен белдерә. Беҙҙә Еңеүҙән башҡа альтернатива юҡ", - тигән "Шах" "Башинформ " мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмәлә.
«Гюрза» позывнойы аҫтында һуғышыусы Шайморатов исемендәге батальонда фельдшер булып хеҙмәт итә, күптән түгел взвод командиры итеп билдәләнә, аттестациялана һәм лейтенант хәрби дәрәжәһен ала. Яугир отпускты ғаиләһе менән үткәргән.
"Минең өсөн яҡындарым менән Рамазан айының башланыуын күреү мөһим. Каникул уңышлы үтте. Музейҙарҙа булдым, балалар менән парктарҙа йөрөнөм. Мәктәптә Батырлыҡ дәрестәре үткәрҙем. Уҡыусылар менән аралаштым, улар һорауҙар бирҙе. Патриоттарҙың үҫеүенә шатланам. Алғы һыҙыҡҡа яҙған хаттары өсөн, ә ауылдаштарыма даими гуманитар ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙем. Граждандарҙың, Хөкүмәттиең һәм Радий Фәрит улы Хәбировтың ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Беҙҙә айына ике-өс гумярҙам килә. Бөгөн дә Дыуан районы ирекмәндәре әҙерләгән "Уазик"ты алып китәбеҙ. Ул тулыһынса комплектланған һәм яғыулыҡ менән тултырылған. Бөгөн беҙҙең менән яраланғандан һуң дауаланыусылар ҙа китә. Ҡыҫҡаһы, беҙ Башҡортостандың ярҙамын тоябыҙ. Хәҙерге ваҡытта формалашҡан яңы батальондар шулай уҡ тәьмин ителәсәк. Һүҙ уңайынан, Башҡортостанда яңы ирекле подразделениелар формалашыуы бик шәп. Беҙҙең батальон һуғышсан һәм һигеҙ ай эсендә үҙенең нимәгә һәләтле булыуын иҫбатланы. Уның бер нисә еңеүе бар. "Шайморатовсылар“ араһында йәш буйынса сикте үтеүселәр ҙә бар. Ләкин улар яңы батальондарга ҡушыла һәм бвл, әлбиттә, хөрмәт уята. План шундай: беҙ хәрби операцияла еңеүгә ҡәҙәр буласаҡбыҙ", - ти "Гюрза".
Фото: Башинформ
https://kiziltan.ru