Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Март 2023, 10:31

Һайлаған һөнәренә тоғро

Мәүсилә Вәсим ҡыҙы Ҡотыева Дим ауылы урта мәктәбендә 30 йыл математика фәнен уҡыта

Һайлаған һөнәренә тоғро
Һайлаған һөнәренә тоғро

Тулбай ауылының ябай эшселәр Вәсим hәм Зөбәйҙә Арыҫлановтар ғаиләһендә буй еткерә Мәүсилә Ҡотыева. Ул бәләкәйҙән үк ҡыҙыҡһыныусан бала булып үҫә, мәктәптә тик яҡшы билдәләренә генә уҡый, уға айырыуса математика, алгебра кеүек теүәл фәндәр оҡшай. Уның алдында ниндәй һөнәр һайларға тигән һорау тормай, сөнки ул уҡытыусы буласағын бала саҡтан уҡ белә, шуға күрә документтарын hис икеләнмәйенсә Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына тапшыра hәм уны уңышлы тамамлай.

Мәүсилә Вәсим ҡыҙын 1986 йылда йүнәлтмә буйынса Дәүләкән районына эшкә ебәрәләр. Йәш педагогтың хеҙмәт биографияһы шулай башлана Белемле, тырыш педагогты уҡытыусылар коллективы үҙ итә, балалар менән дә тиҙ уртаҡ тел таба. Артабан йәш белгескә Ҡаҙағстанда эшләргә тура килә. Тормош иптәше Марат менән Целиноград өлкәһенең Одиссей ҡасабаһында ете йыл йәшәйҙәр, бындағы мәктәптә лә ул математиканан уҡыта. Унда йәшәү, эшләү шарттары заман өсөн күпкә яҡшыраҡ булһа ла, тыуған яҡ үҙенә тарта.

1992 йылда Ҡотоевтар ғаиләһе тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта, hәм ул ҡасандыр үҙе белем алған Дим урта мәктәбенә эшкә килә. Шунан бирле үҙ hөнәрен яратҡан Мәүсилә Вәсим ҡыҙы эшенә тоғро ҡалып, балаларға тейешле тәрбиә hәм ныҡлы белем биреү өлкәһендә тынғыһыҙ хеҙмәт итә.

Был ҡатмарлы фәнде hәр кем дә бер тында үҙләштерә алмайҙыр, мoғайын. Мәүсилә Ҡотыеваның уҡыусылары был яҡтан бәхетле. Уның беренсе дәрестәренән үк уның талантлы уҡытыусы икәнлеге күренә. Дәрестәре йөкмәткеле булыуы, ныҡлы дисциплина, иң ауыр мәсьәләләрҙе сисеүҙә  тырыш эштәре менән айырылып тора. Көндәлек эштәренең һөҙөмтәһе — уның уҡыусыларының олимпиадаларда, конкурстарҙа ҡатнашыуы hәм еңеүе. Йыл һайын Мәүсилә Вәсим ҡыҙының уҡыусылары математика, тикшеренеү эштәре буйынса мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының муниципаль этаптарында hәм республика дәрәжәһендә призлы урындар яулай. Мәҫәлән, 11-се класс уҡыусыһы Денис Полещук «Созвездие-2022» Бөтә Рәсәй балалар hәм йәштәрҙең уҡыу-тикшеренеү проекттары олипиадаһында 3-сө урын, hәм ошо проект буйынса Дарья Моргачева ла 3-сө урын алған. Быйыл иһә 8-се класс уҡыусыһы Дарья Моргачева республика фәнни-тикшеренеү эштәре конкурсының муниципаль этабында беренсе урынға лайыҡ булған. Күптән тyгел уның уҡыусылары (5-7 класс) В.И.Вернадский исемендәге Бөтә Рәсәй «Тропой открытий» үҫмерҙәр тикшеренеү эштәре конкурсында I турҙы үтеп, II турға саҡырыу алғандар.

Тәжрибәле математика уҡытыусһы Мәүсилә Ҡотыева замана менән бергә атлап, электрон дoнъяның үҙәгендә ҡайнарға тырыша, мультимедиа ярҙамы менән дәрестәр үткәрә: презентациялар яһай, видеоматериалдар коллекцияларын йыя. Шулай уҡ дәрестәрҙә схемалар, таблицалар ҡулланыу һөҙөмтәле алымдарҙың береһе  булараҡ ҡабул ителә.

Бер мәктәптә 30 йыл эш дәүере — ул көсөргәнешле хеҙмәт. Әйтеүе генә анһат, был йылдар артында күпме мәшәҡәтле тынғыһыҙ көндәр, йоҡоһоҙ төндәр һалынған мәктәп тормошо. Балаларға математика серҙәрен төшөндөрөүсе остаздың уҡыусылары ғына түгел, ул үҙе лә төрлө бәйге, конкурс hәм проекттарҙа көсөн һынап ҡарай. Мәүсилә Вәсим ҡыҙы оҫталыҡ дәрестәрендә, тренинг-вебинар, онлайн-конференцияларҙа актив ҡатнаша. Күп йыллыҡ эш тәжрибәһе менән йәш уҡытыусылар менән дә теләп уртаҡлаша.

Балаларға белем биреүгә 37 йыл ғүмерен арнаған Мәүсилә  Ҡотыева уҡытыусылар династияһынан. Уның ағаһы Салауат Арыҫланов оҙаҡ йылдар математиканан уҡыта, Аҙнай ауылы мәктәбендә директор ҙа була, шулай уҡ бер туған һеңлеһе Зөлфирә Вәсим ҡыҙы бөгөнгө көндә Нефтекама ҡалаһында математика фәнен алып бара.

Хаҡлы ялда булһа ла, эшен дауам иткән Мәүсилә Вәсим ҡыҙы әлеге ваҡытта ваҡыт менән иҫәпләшмәй эшләй. “Сығарылыш уҡыусылары менән консультациялар уҙғара, уларҙы Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләй. Ул үҙе лә 2016 — 2018 йылдарҙа математика фәне буйынса республика комиссияһының эксперты булып тора. Күп йылдар һөҙөмтәле эшләгәне өсөн 2022 йылда район мәғариф бүлегенең Почет Грамотаһы менән бүләкләнгән.

— 9, 11 класс уҡыусыларын берҙәм hәм төп дәүләт имтихандарына әҙерләргә бик күп тура килде. Күпме көс, сабырлыҡ сарыф ителде. Берҙәм дәүләт имтиханы шуныһы менән отошло, тырыш уҡыусылар яҡшы балдар йыя ала, — ти математика уҡытыусыһы.

Мәктәптә ул уҡыусыларҙың хөрмәтле уҡытыусыһы, хеҙмәттәштәре өсөн алытырғыһыҙ остаз булһа, ғаиләһендә ул һөйөклө әсәй, ҡайғыртыусан өләсәй. Тормош иптәше Марат менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Руслан Башҡортостан аграр университетында белем алған, бөгөн ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй, ҡыҙҙары Диана иһә әсәһе юлынан китеп, Башҡорт дәүләт педагогия университетының физика-математика факультетын уңышлы тамамлаған, ғаиләһе менән Мәскәүҙә йәшәй.

Ошо көндәрҙә Мәүсилә Вәсим ҡыҙы күркәм юбилейын билдәләй. Ул үҙенең хеҙмәттәштәренән, уҡыусыларынан һәм уларҙың ата-әсәләренән ҡотлауҙар ҡабул итә. «Һеҙҙең  дәрестәрегеҙ эҙһеҙ үтмәне. Һеҙ беҙҙең өсөн hөнәри оҫталыҡ, эшһөйәрлек hәм мәрхәмәтлек өлгөһө. Һеҙгә артабан да эшегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ», — тип, изге теләктәрен еткерә улар.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА.

Автор фотоһы.

Һайлаған һөнәренә тоғро
Һайлаған һөнәренә тоғро
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: