Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Март 2023, 14:21

Һалдат ялға ҡайтты

Махсус хәрби операцияла булған Вилүр Ғәфүров тыуған яғында булып китте.

Һалдат ялға ҡайтты
Һалдат ялға ҡайтты

- Миңә 22 йәш, күмәк балалы ғаиләлә үҫтем, өс апайым бар, ә мин иң кесеһе, -тип һөйләй хәрби часҡа ҡабат барғас, кесе сержант званиеһы алырға йыйыныусы гвардия рядовойы Ғәфүров. – Башланғыс класты тыуған ауылымда тамамланым, артабан Айыт урта мәктәбендә уҡыным һәм Өфөлә ашнаҡсы һөнәре алдым. 2021 йылда коронавирус пандемияһы ҡыҙған осорҙа повестка көттөм, медицина тикшеренеүе уҙҙым, әммә миңә армия хеҙмәтенән ваҡытлыса кисектереү бирҙеләр. Һәм мин Өфөлә эшкә урынлаштым.

Вилүр әйтеүенсә, тиҙҙән уның әсәһе вафат була. Ә уға көҙгө саҡырылышҡа повестка тотторалар. Һәм ул артабан ниндәй ваҡиғалар булырын белмәйенсә, ике йылға контракт төҙөй.

- Республика саҡырыу пунктынан Силәбе өлкәһенең Сибәркүл ҡалаһына хәрби хеҙмәткә эләктем, - тип дауам итә Вилүр Зилүр улы. – Беҙҙең хәрби часть әле лә шунда тупланған. Мине башҡа хеҙмәттәштәрем менән 2022 йылдың 24 февралендә махсус хәрби операция зонаһына ебәрҙеләр. Мин – өлкән уҡсы. Башҡортостан егеттәре лә минең менән бергә хеҙмәт итә. Бер осраҡ иҫтә ҡалды. БМПлағы 14 кешенән торған отделение минала шартланы. Беҙҙең маханик- машина йөрөтөүсенең аяғы яраланды, ҡалғандар еңелсә контузия менән ҡотолдо. Һалдаттарҙы бик яҡшы тәьмин итәләр. Беҙ даими рәүештә хаттар һәм посылкалар менән гуманитар ярҙам алабыҙ. Һирәк кенә туғандарыбыҙ менән телефон аша һөйләшеп торабыҙ.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға беҙҙең яҡташыбыҙ күрше Силәбе өлкәһендәге ротаның хеҙмәттәше менән ҡайтҡан. Өфөгә 7 мартта килеп төшөүгә, үҙенең апайҙарына сюрприз яһаған, уларға хәбәр итмәйенсә генә ҡунаҡҡа ҡайтҡан. Унан һуң тыуған йортонда атаһы менән олатаһының йорт нигеҙен, хужалыҡ биналарының түбәләрен ҡарҙан таҙартырға ярҙам иткән. 12 мартта туғандары һәм дуҫтары менән тыуған көнөн уҙғарған.

- Ф.Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбенә мәктәп директоры Илмир Рәшит улы Шафиҡов менән мине армия хеҙмәтенә әҙерләгән запастағы старшина, тоормош хә-ефһеҙлеге дәрестәрен алып барыусы уҡытыусы-ойоштороусы Фидаил Рәшит улы Хәсәнов ҡунаҡҡа саҡырҙы. – тип бәйән итә Вилүр. – Мәктәпте 2017 йылда тамамлағайным, мине уҡытҡан барлыҡ уҡытыуслылар менән күрештем, өлкән класс уҡыусылары алдында сығыш яһаным, армия хеҙмәте, Башҡортостандан алған гуманитар ярҙам тураһында һөйләнем. Тағы ла шуныһы, “РФ Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итә” тигән стендта минең фотом да эленеп тора. Мәктәп музейында ла булдым. Ҡыҫҡаһы, тыуған яғымда күңел булғансы ял иттем.

Владимир Смолов.

Автор фотоһы..

 

Һалдат ялға ҡайтты
Һалдат ялға ҡайтты
Автор:
Читайте нас: