Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
27 Март 2023, 19:07

Республика етәксеһе ҙур ҡалаларҙы тәртипкә килтерергә ҡушты

10 апрелгә ҡалалар тәртипкә килтерергә кәрәк, тип, ҡала мэрҙарына бурыс йөкмәтте Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

Республика етәксеһе ҙур ҡалаларҙы тәртипкә килтерергә ҡуштыРеспублика етәксеһе ҙур ҡалаларҙы тәртипкә килтерергә ҡушты
Республика етәксеһе ҙур ҡалаларҙы тәртипкә килтерергә ҡушты

Ғәҙәттә был ваҡыт 1 майға тиклем тип билдәләнә ине, ләкин быйыл ҡар иртә ирей башланы, ҡалалар ҡыштан һуң ҡалған бысраҡ һәм сүп-сар менән тулған, тип билдәләне Радий Хәбиров. Контроль идаралығына 10 апрелдә эштең барышы, ҡалаларҙа таҙалыҡты тикшереү йомғаҡтары тураһында мәғлүмәт еткерергә ҡушылды.

«Таҙалыҡ тураһында беренсе йыл ғына һүҙ алып бармайым. Сүп-сарҙы йыйыу, үләндәрҙе сабыу, соҡорҙарҙы ямау һәм башҡалар. Бәлки, был эш күренеп бармайҙыр, ләкин ул башҡарылырға тейеш», — тине республика етәксеһе.

https://www.bashinform.ru

Республика етәксеһе ҙур ҡалаларҙы тәртипкә килтерергә ҡушты
Республика етәксеһе ҙур ҡалаларҙы тәртипкә килтерергә ҡушты
Автор:
Читайте нас