+28 °С
Облачно


Йәнлектәрҙе Бишбүләк районында күргәндәр. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына район хакимиәте башлығы Артур Зариповтан билдәле булды. Ул социаль селтәрҙәге сәхифәһенә фото һәм видеояҙма һалған. Кадрҙа һыуыр тирә-яҡҡа ҡаранып торғандан һуң кире өңөнә инеп китә.
«Бына ул, беҙҙең матурҡай! Беренсеһе йылынырға сыҡты, яҙҙы ҡаршылай. Бөгөн 29 март, быйыл улар иртәрәк күренде», - ти видео авторы.