

Ҡамыр:
Йомортҡа - 1 шт.
Аҡ май (слив.масло) - 115 гр.
Шәкәр ҡомо - 70 гр.
Он - 200 гр.
Ҡамыр ҡабартҡыс - 1 ч.к.
Эслек өсөн:
Мәк - 100 гр.
Эремсек - 400 гр.
Ҡаймаҡ - 100 гр.
Кукуруз крахмалы - 3 аш ҡашығы
Шәкәр ҡомо - 100 - 120 гр.
Йомортҡа - 3 шт.
Мәккә ҡайнар һыу һалып 20 минутҡа ҡалдырабыҙ. Мәк тулыһынса һыу менән ҡапланырға тейеш. Һыуҙан сеткаға һалып айырабыҙ.
Эретелгән аҡ майға шәкәр ҡомо, йомортҡа, он, ҡабартҡыс һалып йомшаҡ ҡамыр баҫабыҙ һәм табаға йәйеп, һыуытҡысҡа алып ҡуябыҙ.
Эслек өсөн эремсек, шәкәр ҡомо, йомортҡа, ҡаймаҡ , кукуруз крахмалын ҡушып болғатабыҙ. 1/3 өлөшөн айырып алабыҙ һәм шуға мәкте һалабыҙ.
Ҡамыр өҫтөнә эслекте һала башлайбыҙ. Иң беренсе 3 аш ҡашығы мәкле эслекте, шунан һуң 2 аш ҡашығы мәкһеҙ эслекте һәм шулай дауам итәбеҙ.
Духовкаға 170 градусҡа яҡынса 50-60 минутҡа ҡуябыҙ.
"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән алынды