Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
31 Март 2023, 06:18

Республика "Еңеү диктант"ын яҙырға әҙерләнә

Был мөһим сараны уҙғарыу өсөн илдә 12 меңдән ашыу майҙансыҡ ойоштороласаҡ

Республика "Еңеү диктант"ын яҙырға әҙерләнәРеспублика "Еңеү диктант"ын яҙырға әҙерләнә
Республика "Еңеү диктант"ын яҙырға әҙерләнә

"Берҙәм Рәсәй” быйыл юбилей “Еңеү диктанты"н яҙыу өсөн ил буйынса 12 меңдән ашыу майҙансыҡты теркәгән. Халыҡ-ара акция 27 апрелдә үтәсәк. “Еңеү диктанты” быйыл Калининград өлкәһендәге Донъя океаны музейында, Мәскәү Кремленең Дипломатик залында, Севастополдәге “Сметливый” Карап-музейында, Ҡырым Республикаһындағы Ливадия һарайында, Красноярск крайындағы “Ергаки” тәбиғәт паркында, Владивостоктағы Приморье океанариумында беренсе тапҡыр ойошторола.

Мәскәүҙәге Поклонный тауындағы Еңеү музейы традицион рәүештә Үҙәк майҙансыҡ буласаҡ.

“Быйыл “Еңеү диктанты” бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Был акцияның әһәмиәте арта, уҙаҡташлыҡ майҙансыҡтары күбәйә, тип ышаныс менән әйтә алабыҙ, сөнки хәҙер бер ҡасан да булмағанса тарихи хәҡиҡәтте таратырға, уны Рәсәйҙә лә, унан ситтә лә, беҙҙең тарихи-белем биреү проектын хуплаған илдәрҙә булған һәр кемгә еткерергә кәрәк. “Еңеү диктанты”нда ҡатнашыу — ул белемде һәм тарихты хөрмәт итеүҙе тикшереү генә түгел, ә ата-бабаларыбыҙҙың Еңеүгә индергән өлөшө тураһында күберәк белеү мөмкинлеге лә. Был сарала ҡатнашыу халҡыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтары өсөн ғорурлыҡты һаҡлап ҡалырға һәм киләсәк быуындарға тапшырырға ярҙам итә тип иҫәпләйбеҙ”, – тип белдерҙе “Тарихи хәтер” партия проектының федераль координаторы, Дәүләт Думаһының мәғлүмәт сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Александр Хинштейн.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Тарихи хәтер” партия проекты сиктәрендә халыҡ-ара тарихи акция – “Еңеү диктанты”  27 апрелдә Рәсәйҙең, сит илдәрҙең төбәк майҙансыҡтарында, шулай уҡ диктант диктантпобеды.рф. сайтында онлайн уҙғарыла. Ул мәктәп уҡыусыларында, йәштәрҙә, Рәсәй һәм сит ил граждандарында илебеҙҙең героик үткәне ваҡиғаларына ҡыҙыҡһыныу уятырға, тарих буйынса белемдәрен тикшерергә, ата-бабаларҙың онотолған батырлыҡтары тураһында яңы мәғлүмәт алырға мөмкинлек бирә.

"Берҙәм Рәсәй", Рәсәй тарихи йәмғиәте, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте ойоштороусылар булып сығыш яһай.

Бөтә һорауҙарға дөрөҫ яуап биргән абитуриенттарға “Еңеү диктанты” юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә өҫтөнлөктәр бирә. Ә федераль еңеүселәр 9 майҙа Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадында ҡатнашыу һәм ҡарау хоҡуғына эйә була.

Үҙ сиратында, Башҡортостан Республикаһында “Тарихи хәтер” федераль партия проекты координаторы, Өфө ҡала Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Мельников республиканың “Еңеү диктанты”на әҙерләнеүе тураһында хәбәр итте.

– Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе лә “Еңеү диктанты”н үткәреүгә әүҙем әҙерләнә. Ул федераль акция менән бер үк ваҡытта үтәсәк. Республика акцияла бишенсе тапҡыр рәттән ҡатнаша. Быйыл өс йөҙгә яҡын майҙансыҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Йыл һайын уларҙың һаны артыуын күрһәтәбеҙ. Был акцияның кешеләргә ҡыҙыҡлы, уның популяр булыуын, яҡташтарыбыҙҙың хәрби үткәне үҫеп килгән быуынды ҡыҙыҡһындырыуын күрһәтә. Яңылыҡтарҙан – хәҙер аҙна һайын Республика Хәрби дан музейында лекторий үтеүе тураһында билдәләп китер инем. Уның менән цифрлы форматта танышырға, шулай уҡ Советтар Союзының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуының теге йәки был этаптары тураһында белергә, ниндәй батырҙарса алыштарҙа еңеүҙәре тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин. Был “Еңеү диктанты”н яҙыуға әҙерләнергә ярҙам итәсәк. Акция республиканың барлыҡ муниципалитеттарында үтәсәк, шулай уҡ уникаль майҙансыҡтар: юғары уҡыу йорттары, урта махсус уҡыу йорттары, мәктәптәр һәм башҡалар йәлеп ителәсәк. Был диктантта көс структуралары менән бәйле күп һанлы ведомстволар ҡатнашасаҡ. Шуға күрә майҙансыҡтар һаны алдағы йылдарға ҡарағанда күберәк булыр тип көтәбеҙ, – тип уртаҡлашты Александр Мельников.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: bashkortostan.er.ru

bashgazet.ru

Республика "Еңеү диктант"ын яҙырға әҙерләнә
Республика "Еңеү диктант"ын яҙырға әҙерләнә
Автор:
Читайте нас