

Кисә Абхазияның Сухум ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Абхазия Президенты Аслан Бжания менән осрашты. Яҡтар халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте һәм уртаҡ проекттарҙы үҫтереү хаҡында һөйләште.
– Беҙҙең халыҡтарҙы тарихи тамырҙар берләштерә. Абхазия беҙгә ауыр йылдарҙа Башҡортостан халҡының ярҙам иткәнен онотмай. Был тарих биттәре беҙгә киләсәккә ышаныс менән ҡарарға мөмкинлек бирә. Былтыр беҙ һеҙҙә ҡунаҡта булғайныҡ. Әлбиттә, Башҡортостан үҙенең уңыштары һәм халҡы менән һоҡландыра, – тип сәләмләне БР делегацияһын Абхазия Президенты.
Башҡортостан Башлығы бер нисә уртаҡ башланғысты үҫтереү менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.
– Беҙ Абхазияла булыуыбыҙға бик шатбыҙ. Былтыр хеҙмәттәшлекте үҫтереү хаҡында һөйләшкәйнек. Беҙ әле тәҡдимдәрҙе ныҡлап өйрәндек. Айырыуса ауыл хужалығы тауарҙары менән үҙ-ара сауҙа итеү ҡыҙыҡһындыра. Абхазия – уникаль туристик-рекреацион мөмкинлектәренә дан алған ил. Һеҙҙә ҡунаҡханалар селтәре үҫешә, туристар ағымы арта.
Радий Хәбиров “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проектын Абхазия менән берлектә үҫтерергә тәҡдим итте. Етәкселәр осрашыуҙан һуң Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы һәм Абхазияның Иҡтисад министрлығы араһында хеҙмәттәшлек итеү меморандумы төҙөнө.
– Абхазия бойондороҡһоҙлоҡҡа өлгәшеү өсөн бик ауыр юл үткән. Һәм бөгөн республиканың үҫешеүен күреү ҡыуаныслы. Был бик мөһим. Ни тиклем заманса юлдар, социаль объекттар һәм сервис хеҙмәттәре күберәк буласаҡ, шул тиклем ҡунаҡтар һаны ла арта барасаҡ, шул иҫәптән Башҡортостандан Абхазияға килеүселәр, - тине Радий Хәбиров.
Етәкселәр журналистарҙың һорауҙарына яуап ҡайтарҙы, уртаҡ туристик проекттарҙы һәм тауар әйләнешен үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында һөйләне.