Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
1 Апрель 2023, 08:44

Республиканың урман фонды биләмәһендә янғын хәүефе миҙгеле асыла

Янғын хәүефенең артыуына бәйле, 2023 йылдың 31 мартынан Башҡортостандың урман фонды биләмәһендә янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел асылды. Был турала Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Республиканың урман фонды биләмәһендә янғын хәүефе миҙгеле асылаРеспубликаның урман фонды биләмәһендә янғын хәүефе миҙгеле асыла
Республиканың урман фонды биләмәһендә янғын хәүефе миҙгеле асыла

Урманда:

- усаҡ яғыу;

- һүндерелмәгән шырпы, тәмәке төпсөгө ташлау;

- шешәләр йәки быяла ҡалдырыу;

- ағастар аҫтында, аҡланда, үлән, шулай уҡ баҫыуҙа, урманда ҡамыл яндырыу;

- ылыҫлы йәш урманда, торф ятҡылыҡтарында, ҡырҡындыларҙа, ҡоро үләнле урындарҙа, ағас сатырҙарында, зарарланған урман участкаларында усаҡ яғыу;

- урман хужалығы эштәрен башҡарғанда ағас ҡалдыҡтарын яндырыу ТЫЙЫЛА!

Урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн иҫкәртеү яһала йәки административ штраф һалына.

Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы тәбиғәт янғындары менән бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуыуына юл ҡуймау өсөн янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәүҙе һәм тораҡ пункттарҙы уттан һаҡлау өсөн уяулыҡ күрһәтеүҙе һорай.

Урманда йәки уның эргәһендә нимәлер янғанын күрһәгеҙ, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә йәки Урман һағының берҙәм номерына шылтыратығыҙ: 8 (347) 218-14-14, 8 (800) 100-94-00.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

https://ye102.ru/articles

Республиканың урман фонды биләмәһендә янғын хәүефе миҙгеле асыла
Республиканың урман фонды биләмәһендә янғын хәүефе миҙгеле асыла
Автор:
Читайте нас