Дим буйҙары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Апрель 2023, 00:01

Теплица буш тормаһын

Теплицаға помидор, ҡыяр, борос, баклажан кеүек төп “хужалар” инеп ултырғансы, унда икенсе нәмәләр сәсергә була.

Теплица буш тормаһын
Теплица буш тормаһын

Иртә өлгөрә торған йәшел тәмләткестәр сәсһәгеҙ, май байрамдарында уңыш йыйырһығыҙ.

Теплицаға помидор, ҡыяр, борос, баклажан кеүек төп “хужалар” инеп ултырғансы, унда икенсе нәмәләр сәсергә була. Иртә өлгөрә торған редис, салат, руккола, шпинат, укроп ише йәшел тәмләткестәрҙе сәсергә була. Төнөн һауа температураһы – 2 градустан түбән төшмәй башлаһа, теплицалағы тупраҡ йылынһа, һис икеләнмәй сәсеп була. -3 градустан түбән төшмәһә шпинат, петрушка, кинза, ҡуҙғалаҡ та сәсегеҙ. Помидор менән борос сығып ултырғансы, улар яҡшы уңыш та биреп өлгөрә.

Сәсергә бер аҙна ваҡыт ҡалғанда түтәлде пленка менән ҡаплап ҡуйығыҙ. Пленка аҫтында тупраҡ йылына, дымлана.

Башта редис менән укроп орлоҡтарын еүеш сәпрәккә һалып, бер-ике көн бүрттерегеҙ. Укропты теплица ситтәренә сәсһәгеҙ уңайлыраҡ, ҡыяр-помидор ултыртҡас та ҡамасауламай үҫер.

Шпинат менән салатты өйҙә шыттырып алып сығыу яҡшыраҡ булыр.

Теплица буш тормаһын
Теплица буш тормаһын
Автор:
Читайте нас: