+28 °С
Болотло


Башҡортостан менән Абхазия араһында бик күп килешеүҙәр төҙөлдө. Шуларҙың береһе уҡыусыларҙың йәйге ялына ҡағыла.
—Бында бик яҡшы инфраструктура, климат. Быйылдан Абхазия территорияһында 4 смена лагерь буласаҡ,—тине аҙналыҡ кәңәшмәлә премьер-министр Андрей Назаров.
Быға тиклем Башинформ Башҡортостан хөкүмәтенең Абхазияла балалар һауыҡтырыу лагеры төҙөү мөмкинлеген ҡарай тип белдергәйне.