

Яҙҙы беҙ йылы ҡояш нурҙарын, ер өҫтөн таҙартыусы ташҡындарын, оя ҡороусы ҡоштарын, ҡар эреү менән ҡалҡып сыҡҡан умырзаяларын күрер өсөн һағынып көтөп алабыҙ. Һаулыҡ өсөн файҙалы булған ҡайын һыуын да нәҡ тәбиғәт ҡышкы йоҡонан уянғанда тәмләп ҡарарға була. Уңған хужалар һәм хужабикәләр ҡайын ағасының һыуын ғына түгел, бөрөләрен дә, япраҡтарын да хәстәрләп ҡуя. Тик был эште ағастарға зыян килтермәйенсә, һаҡ ҡына башҡарырға кәрәк.
Медицина маҡсатында ҡайындың бөрөләрен, япраҡтарын, һыуын, дегетен һәм күмерен файҙаланалар. Бөрөләрендә 6 процентҡа яҡын эфир майы бар, уның составына бетулен һәм бетуленол, сесквитерпендар инә. Япраҡтарында бетулоретин һәм аскорбин кислоталары, сапониндар, эфир майы, гиперозид һәм дуплау матдәләре булыуы асыҡланған.
Ҡайын һыуы, шулай уҡ уның консерваланғаны ла, организмды дөйөм нығытыу сараһы булараҡ киң ҡулланыла. Ул витаминдарға, минераль тоҙҙарға, төрлө микроэлементтарға бай, анда алма кислотаһы, шәкәр, дуплау матдәләре, хуш еҫле башҡа матдәләр бар.