

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, Өфө-Дим аэрологик станцияһында 2023 йылдың 3 апрелендә һауа температураһының абсолют максимумы теркәлгән, ул +19,5 градус тәшкил иткән. 28 йыл элек, 1995 йылдың 3 апрелендә ҡуйылған рекорд +16,4 градус булған, тип яҙа “Башинформ”. Шулай уҡ мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2 апрелдә 45 йыл элек ҡуйылған рекорд яңырған – ул +17,1 градусҡа еткән, ә 1978 йылда +15,4 градус булған.
Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 4 апрелдә, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ +14...+19 градус тәшкил итәсәк. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан, еңелсә.
Шаршамбыла, 5 апрелдә, һиҙелерлек яуым-төшөм булмаясаҡ. Термометр бағаналары төндә –2...+3, таулы райондарҙа –7-гә тиклем, көндөҙ +13...+18, урыны менән +8 градус күрһәтәсәк.
Бвашинформ.