

* Йыуыр алдынан селтәрҙәрҙе мотлаҡ тышҡа алып сығып, яҡшы итеп һелккеләп ҡаҡҡылағыҙ.
* Пәрҙәләр ныҡ бысранған икән, алдан 5-6 сәғәткә тоҙло һыуға һалып ҡуйығыҙ. 5 литр һыуға 4 аш ҡалағы тоҙ алына.
* Кер йыуыуҙы машинаға ышанып тапшырһағыҙ, һаҡсыл (деликатный) режимға ҡуйығыҙ. Порошок сифатлы булһын, “БОС” кеүек ағартҡыс өҫтәү һөҙөмтәне тағы ла яҡшыртыр.
* Йыуылған тюлгә тағы ла нығыраҡ аҡлыҡ бирергә теләһәгеҙ, “зеленка” йәки “синька” ярҙамға килер. Бының өсөн селтәрегеҙҙе һалҡынса тоҙло һыуға 2 тамсы “зеленка” ҡушып яңынан сайығыҙ. “Синька”ны ла (ул хужалыҡ тауарҙары кибеттәрендә һатыла) һыуға самалап ҡына өҫтәгеҙ, һыу үтә күренмәле зәңгәр булһа, етә.
* “Синька” йәки “зеленка” ҡулланыуҙан шикләнһәгеҙ, аш һеркәһе ҡушылған һыуҙа сайҡатығыҙ. 35-40 градус йылылыҡтағы һыуға 1 литрға – 1 аш ҡалағы иҫәбенән аш һеркәһе һалығыҙ. Был ысулдарҙы ҡулланыуҙан селтәрҙәрегеҙ ҡояшта йымылдап, аҡлығы, матурлығы менән оҙаҡ һоҡландырыр.