

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Инйәр йылғаһының ташып китеүе сәбәпле Белорет районының Ғәбдүк ауылын һыу баҫҡан. Ташҡын 45 йортҡа, 90 биләмәгә тиклем барып еткән. 103 кеше, шул иҫәптән 18 бала эвакуацияланған.
Ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәбе – йылға ҡапыл боролош яһаған урында боҙ тығыны барлыҡҡа килеүҙә.
6 апрелдә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, 6 районда һыу баҫыуы күҙәтелә: Сибай, Баймаҡ, Бишбүләк, Иглин, Миәкә һәм Өфө (СНТ «Альбатрос» и «Козарез»).
Ике күпер һыу аҫтында – Миәкә һәм Бишбүләк райондарында.