Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
6 Апрель 2023, 19:01

Баҡсасыға кәңәштәр

Белгестәр фекеренсә, баҡса культураларын бер-береһенә килешә торғандары эргәһенә ултыртыу һөҙөмтәһендә уңыш 20 процентҡа күберәк була. Бер-береһен “яратмаған” йәшелсә, еләк-емештәр бәр рәттә үҫһә, йыш ауырый, уңышы ла түбән була.    

Баҡсасыға кәңәштәрБаҡсасыға кәңәштәр
Баҡсасыға кәңәштәр

Яҡшы үҫә:
сейә – ҡурай еләге;
гладиолус – һарымһаҡ;
борсаҡ – һоло, сельдерей;
еләк – шпинат, кәбеҫтә, һуған, кишер; торма, салат;
кәбеҫтә – салат, укроп, редис;
бәрәңге – ҡуҙғалаҡ, фасоль;
кукуруз – ашҡабаҡ, ҡыяр;
һуған – томат, кишер, ҡыяр, петрушка, салат;
кишер – укроп, салат;
ҡыяр – фасоль, салат, укроп, һуған, сельдерей, сөгөлдөр, петрушка, кәбеҫтә;
редис – салат;
томат – ҡыҡлы һуған, кәбеҫтә.

Бер-береһе менән ярашмайҙар:

сейә, ҡурай еләге – бәрәңге;
георгин – һуған;
гладиолус – алмағас, кишер;
борсаҡ – фасоль, томат;
һуған – фасоль, кәбеҫтә, бәрәңге;
петрушка – ҡыяр, салат;
томат – ҡыяр, шалҡан, борсаҡ, сөгөлдөр, пертушка, алмағас;
ҡабаҡ – бәрәңге;
фасоль – сельдерей, һуған.

Әгәр ҙә ҡыяр түтәлдәре янына көнбағыш сәсһәгеҙ, йәшелсә тиҙ һарғаймаҫ һәм төбөндә дым да оҙағыраҡ һаҡланыр

Алма менән сейә ағастарын бер-береһенән алыҫҡараҡ ултыртырға кәрәк. Был тамырҙарын сереүҙән һаҡлай.

Фото: pixabay.com.

kiziltan.ru

Баҡсасыға кәңәштәр
Баҡсасыға кәңәштәр
Автор:
Читайте нас