Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
7 Апрель 2023, 07:02

Башҡортостанда юлдар торошо насарлана. Һаҡ булығыҙ!

Башҡортостандың ЮХХДИ башлығы Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ашығыс иҫкәртеү менән мөрәжәғәт итте.

Башҡортостанда юлдар торошо насарлана. Һаҡ булығыҙ!Башҡортостанда юлдар торошо насарлана. Һаҡ булығыҙ!
Башҡортостанда юлдар торошо насарлана. Һаҡ булығыҙ!

Бөгөн республиканың күп райондарында ҡар яуып, рашҡы булһа, Әбйәлил һәм Белорет райондары ҡайтанан ап-аҡ ҡарға күмелде. Әйтерһең дә, ҡыш... Шуға күрә йәйге тәгәрмәскә күскән водителдәргә юлдарҙа һаҡ булырға, бигерәк тә Әбйәлил, Белорет һәм Баймаҡ тарафтарына юлға сығыуҙан бер аҙға туҡталып торорға кәңәш ителә. 

Башҡортостандың ЮХХДИ башлығы Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ашығыс иҫкәртеү менән мөрәжәғәт итте. «Әбйәлил һәм Белорет райондары биләмәләрендә ҡар яуҙы. Юлдарҙа ҡар һырынтылары һәм боҙлауыҡ. Транспорт саралары араһында тиҙлек хәрәкәтен, арауыҡты һаҡларға кәңәш итәм. Йәйге тәгәрмәскә күсергә өлгөргән водителдәргә был райондарға барыуҙан тыйылып торорға кәңәш бирәм. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!» - тип хәбәр итә ведомство етәксеһе.

Көн яманы китер, шуға күрә юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

"Башинформ".

Башҡортостанда юлдар торошо насарлана. Һаҡ булығыҙ!
Башҡортостанда юлдар торошо насарлана. Һаҡ булығыҙ!
Автор:
Читайте нас