Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
7 Апрель 2023, 03:32

Рамазан айында никах уҡытырға яраймы?

Рамазан айында нимә эшләргә ярай һәм нимә ярамай. Ҡайһы бер һорауҙарға яуап.

Рамазан айында никах уҡытырға яраймы?Рамазан айында никах уҡытырға яраймы?
Рамазан айында никах уҡытырға яраймы?

 Рамаҙан айында никах уҡытырға яраймы?

- Рамаҙан айында шәриғәтебеҙгә муафыйк һәр ғәмәлде башҡарырға була (никах, баланы сөннәткә ултыртыу һ.б.). Әммә байрм табынын ауыҙ асыу ваҡытына әҙерләргә кәрәк. Был осраҡта икеләтә сауап: ифтар ҡылыу мәҗлесенә никах мәжлесе сауабы ла өҫтәлә.

- Ононотолоп китеп берәр ризыҡ ҡабыу ураҙаны боҙамы?
- Юҡ, был осраҡта ураҙағыҙ боҙолмай, дауам итеп тотоп бөтөрөргә кәрәк. Әммә ураҙалы булыуығыҙ иҫегеҙгә төшөү менән ашауҙан туҡтарға кәрәк.

- Рамаҙанда спорт белән шөғөлләнергә яраймы? Ураҙа тотҡан килеш спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү (бик ҡаты тирләү, мәҫәлән) ураҙаны боҙоуы мөмкинме?
- Ураҙаны боҙа торған ғәмәлдәрҙән ҡала башҡа ғәмәлдәр менән шөғөлләнеү ураҙаны боҙмай. Спорт менән үҙегеҙгә ауырлыҡ килтермәһәгеҙ, шөғөлләнергә була. Ураҙа һеҙгә ауырлыҡ булып тойолмаһын өсөн, спорт менән шөғөлләнеү, организмды арыта торған ауыр хеҙмәттәрҙе ураҙа ваҡытында ҡалдырып торорға кәңәш ителә”, - тип яҙа “Дин вә мәгыйшәт” баҫмаһы.

Фото: pixabay.com.

kiziltan.ru

Рамазан айында никах уҡытырға яраймы?
Рамазан айында никах уҡытырға яраймы?
Автор:
Читайте нас