Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
12 Апрель 2023, 10:51

Яугир менән осрашыу

Дим урта мәктәбендә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан СВО-лағы һалдат менән осрашыу булды. 

Яугир менән осрашыуЯугир менән осрашыу
Яугир менән осрашыу

Уҡыусылар һәм уҡытыусылар һәм барлыҡ мәктәптә эшләүселәр уны ихлас ҡаршы алды.  Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған нәмәләр тураһында һорашты. Улар яугирҙән, хеҙмәт итеүе ауырмы, һалдаттарҙың буш ваҡыттарын нисек уҙғара, тағы ла ниндәй хәл-ваҡиғалар хәтерегеҙҙә ҡалды, һеҙҙә йорт хайуандары бармы кеүек һорауҙар бирҙе. Ә һәр кем өсөн мобилизацияланған яугир ҡулынан Маҡтау ҡағыҙы алыу - ҙур һөйөнөс ине. Был көндә иң күп макулатура тапшырусылар һәм иң матур сыйырсыҡ ояһы яһаусылар бүләкләнде. Осрашыуҙың һуңында, мәктәп директоры Раушания Салауат ҡыҙы Тихонова барлыҡ мәктәп коллективы исеменән СВО-ла ҡатнашыусы яугиргә термос бүләк итте, был иҫтәлекле бүләк уға тыуған мәктәбе тураһында хәтерләтеп торасаҡ. Һуңынан күмәкләшеп иҫтәлеккә фотоға төштөләр.

Тарих уҡытыусыһы А.В.Черновтың битләүенән алынды.  

Яугир менән осрашыу
Яугир менән осрашыу
Яугир менән осрашыу
Автор:
Читайте нас