+28 °С
Болотло


Был изге эш өсөн улар урындагы клуб бинасына йыйыла. Бындай әйберҙәр, һис шикһеҙ, һуғыштағылар өсөн кәрәк буласаҡ. Был бик ҙур ярҙам, сөнки дөрөҫ яһалған маскировка пилотһыҙ камераларҙан һәм дошмандың башҡа күҙәтеү һәм разведка системаларынан йәшереп, ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡаласаҡ.Әйтеүҙәренсә, был сараға бер аҙ буш ваҡыты булған һәр кем ҡушыла. Бөгөнгө көнгә дүсәндәр 13 маскировка селтәре, 8 "Кикимора" костюмы һәм каска өҫтөнән кейеү өсөн 15 маскировка селтәре әҙерләгән. “Еңеү хаҡына ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ!”, - тиҙәр ауыл активистары.
https://vk.com/club115619681