

Беҙҙә “фытыр саҙаҡаһы” тип нарыҡланған ғәмәл шәриғәттә "фытыр зәкәте" (зәкәтүл фитр) тип атала.
Фытыр зәкәтен Рамаҙан айының аҙаҡҡы көндәренән алып ғәйет намаҙына тиклем (ғәйет намаҙы быйыл 21 апрель, ҡояш сыҡҡандан һуң ике сәғәт үткәс уҡыла башлай, йәғни яҡынса 8:00) башҡарырға кәрәк. Фытырға ҡағылышлы диниә назараттары фармандарында уның күләме аҡса эквивалентында бирелә. Әлбиттә, беҙҙең яҡта таралған Әбү Хәнифә мәҙһәбендә фытырҙы аҡсалата түләү рөхсәт ителгән, әммә, күп ғалимдарҙың фекеренсә, фытыр аҙыҡ-түлек менән бирелергә тейеш. Беренсенән, пәйғәмбәр ваҡытында шулай эшләнһә; икенсенән, “фитр” тигән һүҙ ғәрәп телендә аҙыҡ төшөнсәһе менән тығыҙ бәйле. Күләменә килгәндә, хәҙистәрҙән мәғлүм булыуынса, фытыр һәр бер кеше исеменән бер сағ (ике ус менән дүрт тапҡыр һалынған ризыҡ) булырға тейеш. Был иһә яҡынса 2 килограмдан алып 3 килограмға тиклемге ауырлыҡ. Фытырҙы дөгө (рис), ҡарабойҙай, хөрмә (финик), эремсек, йөҙөм кеүек аҙыҡтарҙан бирергә була. Аҡсалата биргән осраҡта, үрҙә әйтелгән аҙыҡ-түлектең 2-3 килограмы нисә һум торғанын һанап сығарыуы ауыр түгел. Әммә, үрҙә әйткәнебеҙсә, аҙыҡ-түлек менән биреү дөрөҫөрәк.
Кемгә бирергә һуң? Фытыр мохтаж һәм фәҡир мосолман кешеләргә бирелә. Шулай уҡ фытырҙы үҙең йәшәгән урындағы кешеләргә биреү дөрөҫөрәк. “Зәкәт” һүҙе “таҙарыныу” тигәнде аңлата, шуға күрә лә изге айҙа ебәргән хаталарыбыҙҙы фытыр зәкәте таҙартыр, иншә Аллаһ.
Ҡәҙер кисе
Рамаҙан айының 26-27 көндәрендә бер мөбәрәк кис бар.
Ул - Ҡәҙер кисе. Ҡәҙер кисендә бер бәндә ураҙа хәлендә, уяу тороп, намаҙ уҡып, Аллаһынан һорай торған булһа, Аллаһы собханә үә Тәғәләнең бөтөн рәхмәт фәрештәләре ошо кистә ер йөҙөнә төшөп, шул бәндәнең доғаларын ҡабул итерҙәр, уның гонаһтарын ғәфү итерҙәр.
Фытыр саҙаҡаһы
Байлығы булған һәр бер мосолманға фытыр саҙаҡаһы биреү вәжиптер. Фытыр Рамаҙан айы эсендә һәм Рамаҙан ғәйетенә тиклем бирелергә тейеш. Балаларҙың фытырын аталары йәки әсәләре бирер.
Фытыр саҙаҡаһын меҫкендәргә, етемдәргә, зәғифтәргә, ғәрип-ғөрәбәләргә, тол ҡатындарға, бәлә-ҡазаға тарыусыларға, әсе хәсрәттә ҡалыусыларға бирергә кәрәк. Атай-әсәйеңә, олатай-өләсәйеңә, үҙ балаларыңа, ейәндәреңә, ир – ҡатынына, ҡатын – иренә һәм бай кешеләргә саҙаҡа биреү дөрөҫ түгел.
Шәриғәт хөкөмө буйынса фытыр саҙаҡаһы һәр бер йәндән 2 килограмм бойҙай хаҡы күләмендә бирелә.
https://tabin-gafuri.ru