Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
15 Апрель 2023, 10:47

Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы янғында ир менән ҡатындың ғүмере өҙөлгән. 

Хужабикәнән тыш, килгән ҡунаҡтар барыһы ла өйҙән сығып өлгөрә...

Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы янғында ир менән ҡатындың ғүмере өҙөлгән.Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы янғында ир менән ҡатындың ғүмере өҙөлгән.
Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы янғында ир менән ҡатындың ғүмере өҙөлгән. 

Янғын сәбәптәре асыҡлана. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының оператив төркөмө, һынау янғын лабораторияһы эксперты, тәфтиш-оператив төркөм эшләй.

БР буйынса тәфтиш идаралығының Әлшәй район-ара тәфтиш бүлеге хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, 14 апрелдә ир менән ҡатынға яҡындары ҡунаҡҡа килә лә, 11 кеше ҡунырға ҡала. Таңғы сәғәт 4-5 тирәһендә ҡунаҡтарҙың береһе верандала ут сыҡҡанын аңғарып, бөтәһен дә уята. Һәм барыһы ла, 54 йәшлек хужабикәнән тыш, өйҙән сығып өлгөрә. Ҡатын менән йәшәгән 46 йәшлек ир уны ҡотҡарыр өсөн ҡайтанан өй эсенә инеп китә. Әммә төтөнгә ағыуланып, үҙе лә үлә...

Әлеге ваҡытта ваҡиға урыны тикшерелгән, суд экспертизаһы тәғәйенләнгән, шаһиттарҙан һорау алына, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Янғын верандалағы электр йылытҡыстан сыҡҡан, тип фаразлана.

Фото: https://surb.sledcom.ru/news/item/1781768

Фото: МЧС РБ.

https://ye102.ru

Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы янғында ир менән ҡатындың ғүмере өҙөлгән.
Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы янғында ир менән ҡатындың ғүмере өҙөлгән. 
Автор:
Читайте нас