

13 апрелгә медицина ойошмаларына талпан ҡаҙалыу сәбәпле 271 кеше мөрәжәғәт иткән. Был һан уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән юғарыраҡ, тип билдәләйҙәр республика Роспотребнадзор идаралығында. Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://02.rospotrebnadzor.ru/content/228/41977/
Белгестәр талпандарға ҡаршы һиптергестәр ҡулланырға кәңәш итә. Махсус репелленттарҙы дөрөҫ ҡулланыу яҡынса 95 % ҡурҡыныс бөжәктән һаҡланырға ярҙам итә.
Урманға сыҡҡанда өҫ-башты тикшереп торорға онотмағыҙ. Ҡырҙа асыҡ кейемдә йөрөү хәүефле. Оҙон ҡуңыслы резина итек, салбар, оҙон еңле аҡ йәки аҡһыл төҫтәге кейем кейегеҙ. Салбар балаҡтарын ойоҡбашҡа тыҡһағыҙ тағы ла яҡшыраҡ.
Башҡортостан Гигиена һәм эпидемиология үҙәге һәм уның филиалдарында талпандарҙы ҡабул итеү, вируслы энцефалитҡа, боррелияларға тикшереү пункттары эшләй. Лабораторияларҙың адресын, телефонын, эш графигын ошо сайтта ҡарай алаһығыҙ: https://sesufa.ru/kleshchevye-issledovaniya/
Талпан энцефалиты буйынса хәүефле райондар: Әбйәлил, Әлшәй, Асҡын, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бөрө, Благовещен, Бүздәк, Борай, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Дыуан, Йәрмәкәй, Йылайыр, Иглин, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Федоровка, Саҡмағош, Шишмә, Шаран, Яңауыл райондары.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.