Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
17 Апрель 2023, 09:20

Бөгөн – Ҡәҙер кисе

Ҡәҙер кисе – йылдың иң мөһим кисе. Был хаҡта Аллаһы Тәғәлә айырып әйткән, әлеге төнгә тиң ай ҙа, йыл да юҡ. Ҡәҙер кисендә эшләнгән игелек мең ай эсендә эшләнгәненән дә яҡшыраҡ тип һанала Ислам динендә. Был кисәлә доға ҡылыусыларҙың теләктәре ҡабул ителә, гонаһтар ғәфү ителә.

Бөгөн – Ҡәҙер кисеБөгөн – Ҡәҙер кисе
Бөгөн – Ҡәҙер кисе

Ҡәҙер төнө мосолмандар өсөн Аллаһы Тәғәләнең айырым бер рәхим-рәхмәте, шәфәғәте, шуның өсөн уны иғтибарһыҙ үткәреп ебәрмәү мөһим, сөнки был төндә доғалар ҡабул ителә. Тотош төн ғибәҙәттә тороп булмаһа, һис юғы төндөң һуңғы өстән берен доғала үткәреү хупланыла. Был төндә ҡалдырылған намаҙҙарҙы ҡаза ҡылыу, тәүбә итеү, кешеләрҙе кисереү хәйерле ғәмәл һанала.

Ҡәҙер кисендә уҡыла торған доға "Аллаһүммә иннәкә ғәфү-үн,түхиббүлғәфүә,фәғфү ғәннии".

 https://yanshishma.com

 

Бөгөн – Ҡәҙер кисе
Бөгөн – Ҡәҙер кисе
Автор:
Читайте нас