Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
20 Апрель 2023, 11:10

Байрам табынына

«Ҡырмыҫҡа иләүе» торты бешерәйек

Байрам табынынаБайрам табынына
Байрам табынына
Яҡындарыбыҙҙы берәй тәмлекәс менән һыйлап алырға уйлаһағыҙ, әйҙә рәхим итегеҙ. Ҡамыр өсөн: 400 гр он, 1 йомортҡа, 200 гр аҡ май йәки маргарин, 3 ҡалаҡ шәкәр, 1 балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), 125 гр һөт, тәменсә тоҙ.
Крем өсөн: бер банка ҡуйыртылған һөт, ярты ҡап аҡ май.
Ҡуйыртылған һөттө 1-1,5 сәғәт тирәһе һыуҙа ҡайнатырға кәрәк. Ҡамырҙы баҫҡас, һыуытҡысҡа ҡуйып ярты сәғәт тирәһе һыуытып алабыҙ һәм ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Ул духовкала тиҙ бешә. Крем өсөн йомшаҡ аҡ майҙы туғыйбыҙ, ҡуйыртылған һөттө өҫтәйбеҙ. Бешеп сыҡҡан ҡамырҙы кремда бутап, ҡырмыҫҡа иләүе кеүек өйөп тәрилкәгә һалабыҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын.
https://salauat.ru
 
Байрам табынына
Байрам табынына
Автор:
Читайте нас