+28 °С
Болотло


Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич Республикаға идара итеү үҙәгенә биргән әңгәмәһендә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 18 йәштән 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәрҙе ҡабул итеүҙәрен иҫкә төшөрҙө. Шул уҡ ваҡытта кеше һирәк һөнәргә эйә һәм һаулығы ныҡ икән, йәш сикләүен 65 йәшкә тиклем күтәреүҙәре ихтимал.
Тикшереү аҫтында булған йәки психоневрология диспансерында иҫәптә торған йә иһә табип-нарколог күҙәтеүе аҫтындағы кандидаттарҙың ғаризалары ҡаралмай, тип билдәләне Михаил Блажевич.
Башинформ.