Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
24 Апрель 2023, 17:44

Башҡорт теленән диктант һөҙөмтәләре

Халыҡ-ара диктант яҙыуҙа 340 333 кеше ҡатнашҡан.

Башҡорт теленән диктант һөҙөмтәләреБашҡорт теленән диктант һөҙөмтәләре
Башҡорт теленән диктант һөҙөмтәләре

 Шуларҙың 127 350-һе башланғыс кимәлдә, 142 858-һе - ирекле аралашыу кимәлендә һәм 70 125-е - төньяҡ-көнбайыш диалектында. Сағыштырыу өсөн, 2022 йылда диктантты башланғыс кимәлдә - 125 179, ирекле аралашыу кимәлендә - 140 019 һәм төньяҡ-көнбайыш диалектта 69 325 кеше яҙған.

Йылдағыса диктанттың һәр ҡатнашыусыһына электрон сертификаттар тапшырыла. Улар бер ай эсендә электрон почтаға йәки телеграмма-бот аша ебәрелә. Әгәр 2023 йылдың 23 майына тиклем ҡатнашыу тураһында сертификат килмәһә, 7 (347) 246-58-24 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

https://ye102.ru

Башҡорт теленән диктант һөҙөмтәләре
Башҡорт теленән диктант һөҙөмтәләре
Автор:
Читайте нас