

Пенсия таратыу
Ҡулаҡса менән түләгән пенсия федераль почта элемтәһе ойошмалары - «Рәсәй почтаһы» аша таратыласаҡ.
Был үҙгәреш бөтә ил территорияһында пенсия алыуҙы гарантиялы һәм өҙлөкһөҙ итергә мөмкинлек бирәсәк.
Халыҡҡа хәбәр итеү системалары
Ә ҡануниәттә «халыҡҡа мәғлүмәт еткереү» һәм «халыҡҡа хәбәр итеү системалары» тигән яңы төшөнсәләр барлыҡҡа килә.
Бынан тыш, халыҡҡа хәбәр итеү системаларын булдырыу, реконструкциялау һәм даими әҙерлек хәлендә тотоу тәртибен РФ Хөкүмәте билдәләйәсәк. Элек был тәртип нығытылмаған булған.
Балаларға вейптар һатыуҙы тыйыу
Бәлиғ булмағандарҙы никотинлы продукция, кальян тартыуға йәлеп иткән өсөн штраф индерелә. Граждандар өсөн ул 5 мең һумға тиклем арттырыла. Ата-әсәләргә йәки законлы вәкилдәргә ошо уҡ хоҡуҡ боҙған өсөн 7 мең һумға тиклем штраф һалына.
Шулай уҡ балаларға ошондай продукция һәм тейешле ҡоролмалар һатҡан өсөн яза көсәйтелде. Штраф 600 мең һумға тиклем тәшкил итәсәк.
Граждандарҙы халыҡ-ара органдарҙың законһыҙ эшмәкәрлегенән яҡлау
Дәүләт-ара ойошмаларҙың беҙҙең хәрбиҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе, йәмәғәт власы органдарының вазифалы кешеләрен енәйәткә эҙәрлекләү тураһындағы ҡарарҙарын үтәүгә булышлыҡ иткән өсөн яза биш йылға тиклем иректән мәхрүм ителәсәк.
Бынан алда Рәсәй Президентына сит ил структуралары законһыҙ ҡарар ҡабул иткән йәки Рәсәйгә ҡаршы йүнәлтелгән ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырған осраҡта илде һәм граждандарҙы яҡлау буйынса вәкәләттәр биргән закон үҙ көсөнә инде.
«Был закондар илде һәм граждандарҙы халыҡ-ара структураларҙың, шул иҫәптән Халыҡ-ара енәйәт судының законһыҙ ҡарарҙарынан яҡларға мөмкинлек бирә», - тине Дәүләт Думаһы рәйесе.
Илгә хыянат өсөн язаны ҡатыландырыу
Енәйәттәрҙең бер нисә составы буйынса - тәү сиратта терроризм, диверсиялар һәм дәүләт үҙгәреше өсөн - яза ярайһы уҡ арта. Мәҫәлән, шпионаж, сит ил кешеләренә дәүләт серен тәшкил иткән мәғлүмәттәр биреү өсөн дошман яғына күсеү ғүмерлеккә төрмәгә ябылыу менән янай.
Хәрби оперцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын алыуҙы ябайлаштырыу
Әгәр алты ай эсендә хәрби операцияла ҡатнашыусының ҡайҙа булыуы тураһында мәғлүмәттәр булмаһа, ул суд тәртибендә хәбәрһеҙ юғалған тип танылыуы мөмкин. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең үлеме тураһында белешмәләрҙе медицина ойошмаларынан тыш, вәкәләтле кешеләр ҙә бирә ала. Был уларҙың туғандарына социаль түләүҙәр алыу процедураһын ябайлаштырасаҡ.
Ауыр сирле балаларға ярҙам
Ауыр сирле балаларға ярҙам итеү өсөн махсус мәғлүмәт ресурсы дарыуҙар, медицина изделиелары, техник реабилитация саралары ҡалдыҡтары һәм уларҙы алыусылар араһында ҡайтанан бүлеү тураһындағы мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә аласаҡ. Орфан сирле балаларға ҡарата мәғлүмәт ресурсы дарыуҙар һәм медицина изделиеларын килтереү ваҡыты тураһында мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә аласаҡ.
Банкыларҙың үлгән клиенттары тураһында мәғлүмәттәр
Федераль һалым хеҙмәте банктарға граждандың вафат булыуы сәбәпле уның һалым иҫәбенән алыныуы тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш. Ошондай мәғлүмәтте алғандан һуң банктар уның иҫәптәре буйынса бөтә операцияларҙы туҡтатырға тейеш. Өҫтәүенә күрһәтелгән мәғлүмәттәр һалым серенә индерелгән. Үҙгәрештәр мәрхүмдең түләү карталары менән законһыҙ файҙаланырға мөмкинлек бирмәй.
Пенсия тупланмаларының һаҡланыуы
Тупланма пенсияны һәм мотлаҡ пенсия страховкалауы буйынса резервты финанслауға страховка иғәнәләре средстволарын урынлаштырыу буйынса вәкәләттәр Рәсәй ҡаҙнасылығына тапшырыла.
Закон пенсия тупланмаларының һаҡланыуын һәм ҡайтарылыуын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Законһыҙ кәсептәргә ҡаршы тороу
Әгәр эшмәкәрлеге Рәсәй Федерацияһының халыҡ-ара килешеүҙәрендә ҡаралған ҡағиҙәләрҙе һәм талаптарҙы боҙоп, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеүгә бәйле булған сит ил суднолары исемлегенә инеү тыйыла.
Яңы саралар сит ил судтары менән ғәмәлгә ашырылған пират кәсебен тамырынан бөтөрөүгә булышлыҡ итәсәк.
https://www.bashinform.ru