

«Аңлауығыҙса, бының өсөн өҫтәмә аҡса кәрәк. Хәҙер ошо мәсьәлә ҡарала, Финанс министрлығы менән финанс яғын өйрәнәбеҙ. Яҡын арала ошондай ярҙам сараһы ғәмәлгә индерелер тип уйлайым», — тип белдерҙе Наталья Полянская матбуғат конференцияһында.
Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаилә ағзаларына, туғандарына бушлай йәки льготалы шарттарҙа шифахана-курорт хеҙмәттәрен күрһәтеү ҡаралмаған.
Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры һүҙҙәренсә, махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ шифаханала яңғыҙ дауаланырға теләмәй, сөнки яҡындары менән үткәргән һәр минуттың ҡәҙерен белә. Етмәһә, хәрби махсус операция — унда ҡатнашыусылар өсөн генә түгел, уларҙың ғаилә ағзалары өсөн дә стресс.
2023 йылда махсус хәрби операция яугирҙәрен шифахана-курорттарҙа һауыҡтырыу өсөн республика бюджетында 100 миллион һум планлаштырылған. Бындай ярҙам сараһы менән бер тапҡыр ғына файҙаланырға мөмкин. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға (ҡатнашҡандарға) шифаханала дауаланыу өсөн алдан ғариза яҙырға кәрәк. Башҡа бер ниндәй ҙә документ талап ителмәй.
2022 йылдың икенсе яртыһында, республикала ошо ярҙам сараһы индерелгән ваҡытта, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 100-ҙән ашыу кеше шифахана-курорттарҙа бушлай дауаланған.
Тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәренең рәсми сайтында алырға мөмкин(https://mzio.bashkortostan.ru/).