Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
3 Май 2023, 14:15

Ауылыбыҙҙың хөрмәтле тыл һәм хеҙмәт ветераны

Шәмсиә әбей Буҙанова һуғыш осороноң бар михнәттәрен үҙ иңендә күтәргән.

Ауылыбыҙҙың хөрмәтле тыл һәм хеҙмәт ветераныАуылыбыҙҙың хөрмәтле тыл һәм хеҙмәт ветераны
Ауылыбыҙҙың хөрмәтле тыл һәм хеҙмәт ветераны

Өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер юлы һикәлтәһеҙ, еңел генә үтмәгән. Бөйөк Ватан һуғышы килтергән ауырлыҡтар, яҡындарын юғалтыу әсеһе, аттай егелеп эшләү – былар барыһы ла өлкән быуындың башынан үткән һынауҙар.

Хәҙерге көндә исеме картала ғына ҡалған Лоҡман ауылында яҡты донъяға килгән Шәмсиә инәйҙе тормош иркәләмәй. Алдынғы ҡарашлы, хәлле генә көн иткән атаһына “халыҡ дошманы” мөһөрө тағып, булған малын, барлыҡ мөлкәтен тартып алалар, ә өйҙәрен һүтеп,  Дим ауылында дауахана төҙөү өсөн ташып алалар. Бер аҙҙан яҡындарын ҡайғыға һалып, төрмәлә ултырған атаһының үле хәбәре килә.

Һуғыш башланып киткәс, 15  йәшлек Шәмсиә лә ололар менән бер рәттән эшләй башлай. Тиңдәштәре кеүек баҫыу утау, көлтә бәйләү, бесән әҙерләү, ырҙын табағында иген таҙартыу кеүек бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәтле эштәрҙә була ул.

- Еңеү яҙы килгәнгә 78 йыл ваҡыт уҙһа ла, ул саҡтағы ваҡиғалар һаман да хәтерҙә. Нимә ҡушһалар – шуны эшләнек, ҡайҙа ебәрһәләр – шунда барҙыҡ. Көсөбөҙ етәме-юҡмы, ҡарап торманыҡ, йоҡлап йоҡо туймаһа ла бер эштән дә ҡалманыҡ. Икенсе яҡтан аслыҡ-яланғаслыҡ та йонсотто.  Ауыр булһа ла түҙҙек, ни эшләйһең заманы шундай ине - ти ул, 

Үҫмҽр гҽнә булыуына ҡарамаҫтан, колхозда ла тир түккән, әсәһҽнә лә ярҙам иткән, кис ултырып фронттағылар өсөн бейәләй-ойоҡбаштар ҙа бәйләй.

- Сәсеү алдынан Приют элеваторынан орлоҡ ташый торғайныҡ. Барғанда үгеҙҙәрҙең шәберәген алдан ебәрәбеҙ, ҡайтыр юлда үҙҙәре лә йәһәтләй. Аяғыбыҙҙа сабата, уның табаны күп йөрөүҙән теткеләнеп бөтә, шулай бер юлланыҡ, икенсеһендә барһаҡ, күперҙе һүтергә торалар. Малҡайҙар һөйрәй алмағанды үҙебеҙ йөкмәнек, шунан алып ҡайтҡан орлоҡто келәткә үлсәп тапшыра торғайныҡ. Ҡышҡыһын да тик торманыҡ, ун центнер һыйышлы ҙур сана менән бесән ташыныҡ, келәттә иген таҙарттыҡ. Барыбыҙ ҙа ҡулдан кил­гәнсә фронтҡа ярҙам итәм тип тырышты, әлеге лә баяғы «таяҡ» өсөн тир түктек, - тип, хәтирәләргә бирелә ул.

Һуғыш йылдары, ауыр булһа ла, уҙып китә. Әкренләп фронттан иҫән ҡалған һалдаттар ҡайта башлай. Шәмсиә Хоҙайбирҙе ҡыҙы Аҙнай ауылының Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы Буҙан Смаков нәҫеленән булған Зөфәр Буҙанов менән яҙмышын бәйләй.

- Атайым механизатор булды, комбайнда ла, тракторҙа ла эшләне, фермала һыйыр һауҙырыу операторы ла булды, әсәйем иһә быҙау ҡараны, башҡа эштәрҙә лә йөрөнө, сөгөлдөр ҙә утаны, беҙ ҙә уға ярҙам итә торғайныҡ, - тип һөйләй Шәмсиә әбейҙең ҡыҙы Миннур. – Ул осорҙа күпләп мал аҫрарға, ат тоторға ярамай ине. Атайыма, фронтовик буларак, ат бирҙеләр, “Разбойник” менән бесән-утын әҙерләнек, инәйемдәр уның менән туғайға балан-ҡомалаҡҡа ла йөрөнө. 

Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән Шәмсиә әбей “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнгән,  шулай уҡ уның «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» тигән миҙалы бар. 97 йәшлек Шәмсиә әбей әлеге мәлдә Тулбай ауылында ҡыҙы Миннур һәм кейәүе Фәнис Рәхмәтуллиндарҙың тәрбиәһендә йәшәй. Иман юлын үҙ иткән ул, һәр атҡан көнгә ҡыуанып, доғалар уҡып, балаларына, ейәндәренә изге теләктәрен еткереп тора.

- Хәҙер беҙ үҙебеҙ өләсәйҙәр булып бөттөк. Әҡлимә һеңлемдән башҡа, Асия, Миңлегөл апайым һәм мин пенсиялабыҙ. Үкенескә күрә, Нурулла ағайым һәм Флүзә апайым беҙҙең арала юҡ инде. Әсәйем шәп сағында беҙҙең балаларҙы ҡарап үҫтереште, бөгөнгө көндә уның 12 ейән-ейәнсәре, 11 бүлә-бүләсәре бар. Йәйгеһен ул Аҙнайҙағы үҙ йортона ҡайтып тора, уны туғандарым да ҡараша, - тип, яҡындарын телгә ала Миннур Зөфәр ҡыҙы.

Йәшлегендә күп нужалар күрһә лә, ҡартлығында балаларының изгелеген тойоп йәшәгән инәйгә йөҙ йәшен тултырырға ла насип итһен!

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.

Ауылыбыҙҙың хөрмәтле тыл һәм хеҙмәт ветераны
Ауылыбыҙҙың хөрмәтле тыл һәм хеҙмәт ветераны
Автор:Гумерова Л
Читайте нас