Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
5 Май 2023, 11:40

Cәйер исемдәр

Ата-әсәләр сабыйҙарына ниндәй исемдәр ҡушҡан?

Cәйер исемдәрCәйер исемдәр
Cәйер исемдәр

Али, Дык Минь, Дамин, Элиф... Һуңғыһы ҡыҙ бала икән.

ЗАГС реестры порталы яңы тыуған сабыйҙарҙың ғәҙәти булмаған һәм популяр исемдәрен атаны. Аналитиктар был йылдың 1 ғинуарынан 3 майына ҡәҙәр мәғлүмәтте баҫтырып сығарған.

Был ваҡыт эсендә яңы тыуған балаларҙың иң һирәк ҡатын-ҡыҙ исемдәре Нэлли, Владислава, Лилиана, Белла һәм Элиф була. Ҡыҙҙарҙы йыш ҡына Әминә (217 бала), Эмилия (204), Амелия, София (201) һәм Йәсминә (196) тип атағандар.
Малайҙарға иһә Дык Минь, Илья, Дамин, Саламат, Розимухамад кеүек һирәк осрай торған исемдәр биргәндәр. Иң популяр ир-ат исемдәре Әмир (248 бала), Марк (220), Матвей (184), Эмир (183), Мирон (170).

...Бер шофер улына Руль тип исем ҡушҡан. "Ниңә улай иттең", - тип һорағас, "Ярамаған тағы бала-сағаға", - тигән ул.

Һеҙҙең иң яратҡан исемдәрегеҙ ниндәй, дуҫтар?

kiziltan.ru

Cәйер исемдәр
Cәйер исемдәр
Автор:
Читайте нас