Дим буйҙары
+24 °С
Ямғыр
Общие статьи
7 Май 2023, 11:27

“Патриот” паркында күркәм сара уҙҙы

Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция геройҙары хөрмәтенә “Патриот” паркының “Геройҙар аллеяһында” яңы ағастар ултырттылар.

“Патриот” паркында күркәм сара уҙҙы“Патриот” паркында күркәм сара уҙҙы
“Патриот” паркында күркәм сара уҙҙы

Рәсәй Геройы М.В. Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик парк биләмәһендә 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына арналған “Хәтер баҡсаһы” һәм “Еңеү урманы” экологик-патриотик акцияһы үтте.

Акцияла республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич, Рәсәй Геройы Анатолий Сафронов, Дәүләт Думаһы депутаттары Зариф Бағусҡаров, Рима Баталова, Римма Үтәшева, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ялда булғандар, ветерандар һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

– Бөгөн “Патриот” паркында Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция геройҙарыбыҙ хөрмәтенә “Геройҙар аллеяһында” яңы ағастар ултырттылар. Был - Ватан өсөн һәләк булған яугирҙәребеҙгә хөрмәт күрһәтеү һәм әле азатлыҡ һәм тиң хоҡуҡ идеалдарын яҡлауын дауам иткән геройҙарыбыҙға рәхмәт белдереү мөмкинлеге, – тип һөйләне Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

“Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы тәүге тапҡыр 2020 йылда уҙғарылды. Уның маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған һәр кемдең иҫтәлеген мәңгеләштереү. Был акция – илебеҙҙең һәм бөтә донъяның йөҙҙәрсә мең битараф булмаған халҡын азатлыҡ өсөн көрәштә үҙ ғүмерҙәрен биргәндәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса берләштергән хәрәкәт. Бынан тыш, акция экология өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә – ҡалаларҙы йәшелләндереүгә, урман ултыртыуҙарҙы тергеҙеүгә һәм углерод эҙемтәһен кәметеүгә йүнәлтелгән.

Фото: https://cloud.mail.ru/public/uPSE/A7MwuzuP4

“Патриот” паркында күркәм сара уҙҙы
“Патриот” паркында күркәм сара уҙҙы
Автор:
Читайте нас