Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
9 Май 2023, 19:02

Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ

Бөгөн Еңеү паркында Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына арналған тантана барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндар һәйкәленә, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев ҡәберенә сәскәләр һалды. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән аралашты. 

Шулай уҡ Берлиндағы Рейстахҡа Еңеү байрағын тәүгеләрҙән булып ҡаҙаған яугирҙәрҙең береһе - Мишкә районы Янағош ауылынан Ғәзи Заһитовҡа ҡуйыласаҡ һәйкәл проекты менән танышты. Уны Республика Хәрби дан музейы янына урынлаштырырға планлаштыралар.

Фото: glavarb.

Башинформ. 

Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ
Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ
Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ
Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ
Автор:
Читайте нас