Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
11 Май 2023, 05:54

Имтихандар нисек үтәсәк?

Сығарылыш синыфы уҡыусылары теләк буйынса имтихан һайлағанда ниндәй предметтарға өҫтөнлөк бирә?

Имтихандар нисек үтәсәк?Имтихандар нисек үтәсәк?
Имтихандар нисек үтәсәк?

ЦУР-ҙа БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханында иң популяр фәндәр тураһында һөйләнеләр.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, быйыл урта дөйөм белем биреү программаһы буйынса 16183 кеше имтихан тапшырасаҡ.

 Республикала 157 имтихан уҙғарыу пункты эшләй, шул иҫәптән 100-ө - мәктәптәрҙә, ҡалғандары - һаулыҡ мөмкинлектәре сикле, инвалид балалар өсөн йорттарҙа, шулай уҡ холоҡ төҙәтеү колонияларында.

  «Ун беренселәр ғәҙәттәгесә ике мотлаҡ фәндән имтихан тапшыра, ул - рус теле, математика һәм теләк буйынса һайлаған предметтар. Улар араһында иң популярҙары - профилле математика, йәмғиәтте өйрәнеү һәм информатика. Шулай уҡ сығарылыш уҡыусылары араһында биология, химия, физика һәм тарих кеүек фәндәргә ҡыҙыҡһыныу ҙур», - тип хәбәр итте министр.

ye102.ru

Имтихандар нисек үтәсәк?
Имтихандар нисек үтәсәк?
Автор:
Читайте нас