Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
11 Май 2023, 12:35

Мәрттән сыҡҡас тормошон үҙгәрткән

Кеше кем генә булмаһын, был донъяла эшләгән эштәре, ҡылған изгелектәре менән баһалана. Айнур Зәбихуллин тап шундайҙарҙан. 

Мәрттән сыҡҡас тормошон үҙгәрткәнМәрттән сыҡҡас тормошон үҙгәрткән
Мәрттән сыҡҡас тормошон үҙгәрткән

2016 йылда йәш имам-хатиб, үрнәкле ғаилә башлығы, Мәсетле районының Һабанакҡты ауылы старостаһы һәм ирекмән Айнур Зәбихуллин автомобиль фажиғәһенә юлыға һәм өс тәүлектән артыҡ комала була. Тормошҡа ҡайтҡас, ул мөһим әйберҙәрҙе юғалтыуын аңлай һәм тағын нимәгә ирешә аласағы тураһында уйлана.

Айнур яңы тормош башларға ҡарар итә: терелеп сыҡҡас, мәҙрәсәгә уҡырға керә, мәсеттә эшләй башлай һәм унда балалар өсөн спорт секциялары алып бара. Мохтаждарға ярҙам итеү өсөн "Аиша" хәйриә проектын башлап ебәрә: аҙыҡ-түлек йыйылмаларын ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ташый.

"Мохтаждар беҙҙе үҙҙәре таба, ярҙам һорай. Беҙ продукттарҙы күпләп һатып алабыҙ. Йыш ҡына һатыусылар беҙгә ризыҡты бушлай бирә, Аллаһ рәхмәте өсөн, бының өсөн уларға ҙур рәхмәт. Ҡайһы ваҡыт аҙыҡ-түлекте сауҙа селтәрҙәрендә ашығыс рәүештә һатып алырға туры килә, нигеҙҙә был - балалар ризығы, еләк-емеш», - тип һөйләй хәйриәселек менән шөғөлләнеүсе ир-егет.

Актив имам-хатибтың миссияһы аҙыҡ-түлек йыйылмаларында ғына түгел. Көн һайын шәхси үрнәгендә ул ауыл халҡына һәм социаль медиа абоненттарына хатта бер кешенең дә донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртә алыуын күрһәтә. Айнур тыуған ауылында сүп-сарҙы айырым йыйыу, даими өмәләр һәм балалар байрамдары, мәсетте төҙөкләндереү эшен ойоштора. Уның тырышлығына ҡарап, ауылдың башҡа кешеләре лә изге эштәргә ҡушыла.

https://kiziltan.ru

Мәрттән сыҡҡас тормошон үҙгәрткән
Мәрттән сыҡҡас тормошон үҙгәрткән
Автор:
Читайте нас