Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
13 Май 2023, 13:48

Быйыл йәй нисек килә?

Һеҙ һынамыштарға ышанаһығыҙмы? Быйыл йәй нисек килер тип уйлайһығыҙ? 

Быйыл йәй нисек килә?Быйыл йәй нисек килә?
Быйыл йәй нисек килә?

Рәсәй  Гидрометеоүҙәгенең фәнни етәксеһе  Роман Вильфанд "Российская газета" етәксеһенә йәйҙең нисек киләсәге тураһында һөйләп үткән. Ҡышын Рәсәй һәм Белоруссияла ҡарҙың күп яуыуы ҡоролоҡтоң булмаясағы тураһында һөйләй, тигән ул.

“Майҙың беренсе декадаһы ямғырлы, һалҡын булды. "Май һалҡын килһә, иген уңышы мул булыр" тигән мәҡәлде иҫкә  төшөрәйек. Йәйгә килгәндә, 65-70% - ҡа ышандырып шуны  әйтергә мөмкин: һауа температураһы норма тирәһе йәки унан бер ни тиклем юғарыраҡ буласаҡ, яуым-төшөм күләме лә ғәҙәттәге күләмгә  яҡынлашасаҡ", – тигән метеоролог.

Шул уҡ ваҡытта ул, "норма" тигәндә, метеорологтарҙың нимәне тотоуы тураһында аңлатып үткән.

“Беҙ 1991-2020 йылдар осорондағы температура нормаларын ҡулланып киләбеҙ. Улар буйынса, мәҫәлән, Мәскәү өсөн июндә  айлыҡ уртаса температура – 17,3 градус, июлдә – 19,7 градус, августта – 17,6 градус тәшкил итә", – тип аңлатҡан метеоролог.

Йәғни быйылғы йәй тураһында 65-70% дөрөҫлөк менән шуны әйтергә мөмкин: был күрһәткестәрҙән йылыраҡ буласаҡ, әммә ҡоролоҡ булмаясаҡ.

Фото: ru.m.wiktionary.org

Автор:
Читайте нас