Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
16 Май 2023, 07:14

Ҡул эштәре менән мауыға

Бишбүләк ауылының 1-се мәктәбендә уҡыусы Аделина Ноғоманова матур кәрзиндәр үрә.

Ҡул эштәре менән мауығаҠул эштәре менән мауыға
Ҡул эштәре менән мауыға

Ҡул эше менән шөғөлләнеү өсөн бөгөн һатыуҙа ниндәй генә материал юҡ. Төрлө йәштәгеләрҙән һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл таба торғандыр. Ә бына Бишбүләк ауылының 1-се мәктәбендә белем алыусы Аделина Ноғоманова иһә һуңғы арала модаға инеп киткән ҡул эше - ротанг материалдан кәрзиндәр үреү менән мауыға. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тип башҡорт халыҡ мәҡәлендә әйтелгәнсә, бындай ҡул эштәренә ул әсәһе, Бишбүләк 1-се  мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Динара Ринат ҡыҙынан өйрәнгән.

Өсөнсө класта уҡыусы ҡыҙ тик “4” һәм “5” билдәләренә генә өлгәшә, район үҙәгендәге музыка мәктәбендә вокалға йөрөй, бынан тыш бейеү менән дә шөғөлләнә. Ә буш ваҡытында ҡул эштәренә тотона: энә һәм ырғаҡ менән төрлө әйберҙәр яһай. Сағыу ептәрҙән бәйләгән сумкалары, ҡурсаҡтарға бәйләп кейҙергән башлыҡтары ла ҡыҙҙың киләсәктә бынамын тигән оҫта булырын күҙаллай. Ә инде әсәһе интернет аша яҙҙырып алған полиротанг тигән яһалма материалдан ул биш кәрзин үргән дә инде. Бар тырышлығын һалып эшләгәнгә күрә, кәрзиндәре бик матур килеп сыҡҡан. Уларҙың бер нисәүһенә петуния сәскәләре ултыртылһа, бәләкәй оҫта ҡалғандарын һатырға теләй. Ә уның хыялы - эшләп алған аҡсаһына тоҡомло эт һатып алыу. Бындай тырыш ҡыҙҙың теләге мотлаҡ тормошҡа ашыр, тип өмөтләнәбеҙ.  

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.

Ҡул эштәре менән мауыға
Ҡул эштәре менән мауыға
Ҡул эштәре менән мауыға
Автор:Гумерова Л
Читайте нас