

Башҡортостанда махсус хәрби операция биләмәһендә эшләү өсөн медицина ротаһын булдырҙылар. Медицина хеҙмәткәрҙәре хәрбиҙәргә сифатлы ярҙам күрһәтеү өсөн һайлап алынған. Улар илле профессионал доброволецтар командаһы составында, Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, алғы һыҙыҡҡа юлланасаҡ. Яралыларҙы эвакуациялау өсөн автотранспорт, стоматология модуле, палаткалар, операция өҫтәлдәре, хирургия, яраларҙы бәйләү өсөн кәрәк-яраҡтар – барыһы ла белгестәр өсөн кәрәк. Бынан тыш, носилкалар, күсеп йөрөү өсөн техника – бөтәһе лә ялан шарттарында ярҙам күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән.
Иң мөһиме – ҡотҡарыу саралары өсөн доброволецтар төркөмө тупланған. Уларҙың барыһы ла медицина ротаһы составына инде, тип хәбәр итте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
“Ашығыс ярҙам” станцияһы подстанцияһының фельдшеры махсус хәрби операция биләмәһенә барырға әҙерләнә. Ул унда Даян Мурзин батальоны яугирҙәре менән китергә теләгән ине. Әммә махсус ротаның әҙерләнеүе тураһында ишеткәс, әлеге командала булырға ҡарар иткән.
Поразделение бер нисә бригаданан тора, һәр береһенең үҙенә тәғәйенләнешле мәсьәләһе бар. Хирургтар, анестезиологтар, шәфҡәт туташтары, санитарҙар, фельдшерҙар һәм хатта инструкторҙар – тотош республиканан 50 доброволец. Уларҙың етәүһе – медицина белеме булған офицер. Әле улар өсөн тактик медицина буйынса “Патриот” хәрби-патриотик паркта курстар үткәрелә.
Яҡын арала табиптар – хәрби әҙерлек пункттарына, артабан махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ. Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы, контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр кеүек үк, улар социаль түләүҙәр аласаҡ, социаль ташламаларға эйә буласаҡ.
Медицина хеҙмәткәрҙәре Гиппократ антына тоғро. Улар төп маҡсатын тормошҡа ашырырға – кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарырға ашыға. Һәм улар яҡын арала барлыҡҡа киләсәк башҡорт полкында хеҙмәт итәсәк.
Фото: bash.news
https://bashgazet.ru