Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Май 2023, 12:34

Халык хәтерендә йәшәгеҙ

Бәләбәй механикалаштырыу hәм электрлаштырыу колледжының Бишбүләк ауылындағы филиалында Украина территорияһында хәрби бурыстарын үтәгәндә hәләк булған хәрбиҙәр Рәмзәл Нафиҡов менән Александр Кузьминға иҫтәлекле таҡтаташ асылды

Халык хәтерендә йәшәгеҙ
Халык хәтерендә йәшәгеҙ

Май башында колледжының барлыҡ хеҙмәткәрҙәре hәм уҡыусылары өсөн иҫтәлекле ваҡиға булды. Әлеге фекер менән бинаға кереү урынында хәрби-патриотик митингта булған hәр кем килешер. Был көндә үҙ бурыстарын үтәгәндә һәләк булған йәш геройҙар Рәмзил Нафиҡов менән Александр Кузьминға ике иҫтәлекле мәрмәр таҡтаташ асылды. Улар бит әле күптән тyгел генә ошо колледжды тамамлаған булған. Һәләк булғандарҙың фотографиялары менән тумба янында хәрби формала автомат тоткан маҡтаулы ҡарауыл тора.

Был тантаналы сараға ветерандар ойошмалары вәкилдәре, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре hәм hәләк булған егеттәрҙең ата-әсәләре һәм яҡындары килгәйне. Тәүгеләрҙән булып сығыш яһаусы филиал етәксеһе Ринат Зөфәр улы Әфләтунов үлгәндәндән һуң Батырлыҡ ордендары менән бүләкләнгән геройҙарҙың туғандарына һәм яҡындарына уларҙы тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Таҡтаташты асыу хоҡуғы Рәмзәлдең өләсәһе Минзилә Нури ҡыҙы Камалетдинова менән ағаһы Раушан Нафиҡовҡа, шулай уҡ Сашаның ата-әсәһе Виктор Федорович менән Надежда Викторовнаға бирелде. Шунан һуң барыһы ла геройҙарҙың фотолары торған тумбаға тере сәскәләр һалды. Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм тораҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Алексей Иванович Никитин Бөйөк байрам — Еңеү көнө алдынан үткәрелә торған әлеге сараның актуаль булыуын hәм әhәмиәтен билдәләп үтте. Ейәненә булған һөйөүен Минзилә Нури ҡыҙы Камалетдинова әйтте.

Митингты алып барыусылар кәрәкле һүҙҙәрҙе уңышлы һайлай алды, хатта ир-аттарҙың да күҙ йәше күренде. Улар Геройҙар аллеяһына  үҙ  исемдәрен мәңгегә индергән ике элекке сығарылыш уҡыусыһының биографияһын ҡыҫҡаса һөйләне. Әлеге сараны ойоштороусы барлыҡ ҡатнашыусыларҙы митингҡа әҙерлек ваҡытында индергән ҙур өлөшөн билдәләп үтергә кәрәк. Бар стенаға яҡташ Советтар Союзы Геройҙарының, хәрби хәрәкәттәрҙә ҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың фотографиялары беркетелгән маскировка селтәре эленгән, ул «Улар беҙгә тыныслыҡ бүләк итте», тип атала. Уҡыу йортоноң барылҡ тәҙрәләре күккә күтәрелгән аҡ торналарҙан яһалған оригами hәм, әлбиттә, георгий таҫмалары  менән биҙәлгәйне.

Бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителгәндән һуң, метроном  яңғырай. Роберт Рождественскийҙың һәр кемдең йөрәгенә үтеп керә торған «Реквием»ы яңғырай. Бишбүләк ауылы Мәҙәниәт һарайы солисы Ольга Данилованың бик яҡшы башҡарылған йыры ла урынлы булды. Митинг геройҙарҙың туғандары hәм яҡындары менән иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды. Ләкин был көн колледж филиалында бының менән генә тамамланманы: митингынан һуң барлыҡ төркөм уҡыусылары «Беҙ хәтерләйбеҙ!» смотр-конкурсында ҡатнашты.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотолары.

Халык хәтерендә йәшәгеҙ
Халык хәтерендә йәшәгеҙ
Халык хәтерендә йәшәгеҙ
Халык хәтерендә йәшәгеҙ
Халык хәтерендә йәшәгеҙ
Автор:
Читайте нас: