Дим буйҙары
+18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Май , 12:45

Спорт өсөн мөмкинлектәр артасаҡ

Радий Хәбиров Өфөлә Көрәш һарайы төҙөлөшө менән танышты.

Спорт өсөн мөмкинлектәр артасаҡ
Спорт өсөн мөмкинлектәр артасаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Көрәш һарайының төҙөлөш майҙансығында булды. Эш раҫланған графикка ярашлы бара. Төҙөүселәр стеналар, плитәләр һәм колонналар , металл конструкциялар ҡора, кирбестән бүлкәләр һала башлаған, тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Бинаның дөйөм майҙаны – 28 мең квадрат метр. Уртаһында спорт комплексын һәм спорт көрәше мәктәбен, 3,5 мең урынлыҡ амфитеатр менән универсаль зал, музей асыу ҡарала. Яңы спорт учреждениеһында халыҡ-ара, ил кимәлендә көрәш һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар үткәреү планлаштырыла.

«Һәр квадрат метрҙы һөҙөмтәле файҙаланыу өсөн үҙәкте мөмкин тиклем функциональ итергә тырыштыҡ. Бында спа-комплекс, бассейн була. Ә бина эргәһендә халыҡҡа ял итеү өсөн төҙөкләндерелгән йәмәғәт киңлеге булдырыла. Республикала «Өфө-Арена»нан ҡала икенсе ҙур зал төҙөйбөҙ. Шуға күрә Көрәш һарайы мәҙәни саралар майҙансығына ла әүерелер тип уйлайым. Дөйөм алғанда, эш яҡшытемптар менән бара», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Көрәш һарайы – Өфөнөң 450 йыллығына арналған юбилей объекттарының береһе. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Башлығы 2019 йылда объекттың нигеҙ ташына ваҡыт капсулаһын һалып, төҙөлөшкә старт биргәйне.

https://www.bashinform.ru 

Спорт өсөн мөмкинлектәр артасаҡ
Спорт өсөн мөмкинлектәр артасаҡ
Автор:
Читайте нас в