+17 °С
Болотло
Өфөлә беренсе "Китап байрамы" халыҡ-ара йәрминкәһе үтәсәк. Ул 26-28 майҙа баш ҡалалағы Совет майҙанында ойошторола. Унда китап сауҙаһы, төрлө осрашыуҙар, сығыштар, кино күрһәтеү буласаҡ. Рәсәйҙән билдәле актерҙар һәм сәнғәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәре килеп, монологтар менән сығыш яһаясаҡ. Мәҫәлән, яҙыусы, психоаналитик Юлиә Хәкимова 27 майҙа көндөҙгө сәғәт 12-лә үҙенең китабы менән таныштырып, ғаиләлә бәхетле булыу серҙәрен асасаҡ.
Байрамға рәхим итегеҙ! Көн дә иртәндән ҡараңғы төшкәнсе төрлө ҡыҙыҡлы сараларҙа ҡатнашығыҙ!