Бөгөн республика мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырауҙар сыңлай. Беҙҙең районыбыҙҙа ла төрлө мәктәп уҡыусылары “Һуңғы ҡыңғырау” байрамына йыйылды.
Мәктәп ҡыңғырауының сыңы – бала саҡ тамамланыуын һәм оло тормош башланыуын белдереүсе тулҡынландырғыс мәл ул. Йөҙҙәренд ә йылмайыу балҡыған ҡупшы кейемдәге уҡыусыларсыларҙы алҡышлап ҡаршы алдылар. Район хәкпимиәте башлығы Артур Мөхлис улы Зарипов һәммәһен дә был иҫтәлекле байрам менән ҡотлап үтте һәм алда торған имтихандарҙа иуңыштар телә не.
Быйыл районыбыҙ мәктәптәрендә белем алған 9-ы кластан 175 уҡыусы, шулай уҡ 11-cе класты тамамлаусы 84 уҡыусы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай. Шатлыҡлы ла, бер аҙ моңһоу ҙа был көндә мәктәп вальсында өйөрөлөүсе егет һәм ҡыҙҙарға дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, үҙҙәре һайлаған юғары уҡыу йортоноң студенттары булып, тырышып уҡыуҙарын теләйбеҙ.
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм малайҙар!
Ләйлә ҒҮМӘРОВА әҙерләне.