Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Май 2023, 15:42

Республикала яңы маҡтаулы исем булдырыла

Тейешле закон проекты 25 майҙа парламенттың пленар ултырышында беренсе уҡыуҙа ҡарала.

Республикала яңы маҡтаулы исем булдырыла
Республикала яңы маҡтаулы исем булдырыла

«Закон проекты менән Башҡортостанда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы» тигән маҡтаулы исем булдырырға тәҡдим ителә», — тине Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.

Был исем юғары һөнәри оҫталыҡ һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт өсөн бирелә.

Дәүләт Йыйылышы рәйесе традицион халыҡ кәсептәрен һаҡлау кәрәклеген билдәләне. Уның фекеренсә, халыҡ художество кәсептәре — халыҡтың матди мәҙәниәтенең мөһим өлөшө, милли байлығыбыҙ.

«Оҫталарҙың быуындан-быуынға тапшырыла килгән технологиялар буйынса эшләгән әйберҙәре — сәнғәт ул, шуға күрә тармаҡ айырыуса һаҡсыл ҡараш талап итә. Маҡтаулы исем булдырыу республикала халыҡ художество кәсептәрен популярлаштырыуға һәм һөнәрселекте үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш», — тип йомғаҡ яһаны Толкачев.

https://www.bashinform.ru

Республикала яңы маҡтаулы исем булдырыла
Республикала яңы маҡтаулы исем булдырыла
Автор:
Читайте нас: