Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Май 2023, 19:19

Яҙмыш ҡушыуы (хикәйә)

- Харап ҡына иттегеҙ балаҡайымды, башығыҙ менән яуап бирерһегеҙ, эттәр, - тип һулҡылдап илап та ебәрҙе, - былай ҙа етем үҫкән баланы... үҫеп кенә етте тигәндә...- Фәриҙә апай, тынысланығыҙ инде, зинһар. Хәҙер медицина көслө бит, бөгөн-иртән булмаһа ла һауыҡтырып сығарырҙар.

Яҙмыш ҡушыуы (хикәйә)
Яҙмыш ҡушыуы (хикәйә)

Радио көндәрҙең тағы ла ямғырға ултырасағын хәбәр иткәс:

- Әбейҙәр сыуағын быйыл күреп тә булманы, ямғыр аҫтында үтә икән, - тип үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы тәмләп кенә сәй һемереүсе Зөләйха апай. Сәғәт өс тә тулып китте, Вилнур улы һаман ҡайтмаған, әллә өҫтәп дәрес ҡуйҙылармы икән? Көттө-көттө лә, аптырағас, яңғыҙы сәйгә ултырҙы. Ул үҙе лә ошо уҡ мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте буйынса дәрес бирә.Быйыл, райондарында ҙур ғына һаналған ауылдарында, шығырҙап торған ҡарағайҙан яңы мәктәп тә төҙөп ҡуйҙылар. Директор ҙа һәйбәт...

Эш хаҡындағы уйҙарын бүлеп, шығырҙап ҡапҡа асылғанын ишеткән әсә электр сәйнүгенә һыу өҫтәп яңынан ҡайнатырға ҡуйҙы. Тик... ни ғәләмәт, ишектән Вилнур түгел, ә хеҙмәт уҡытыусыһы, үҙенә ҡәйнеш тейешле кеше Фәрит килеп инде.

- Һаумыһығыҙ, Зөләйха әңгәй?

Еңгәй, тип йөрөһә лә, бергә эшләгәнгәлер инде, мәктәптә лә, урамда ла ,,һеҙ,,ҙән генә һалдырып һөйләшә ҡәйнеше.
- Һаубыҙ әле. Яманлап йөрөйһөң икән, сәй эсеп бөткәс кенә килеп индең. Әйҙә, түрҙән уҙ. Вилнур икән, тип торам. Сәйнүккә һыу өҫтәп ебәргәйнем, хәҙер ҡайнап сыға, - тип сәстәрен рәтләй-рәтләй һөйләнде лә Зөләйха апай өҫтәлен йыйыштырырға тотондо. Ҡунаҡтың ишек төбөндә тапанып тороуына аптырап:
- Атаҡ-атаҡ! Нимә,оялсан килендәй, ишек төбөндә һерәйеп тораһың, үтһәң ни була? – тип ҡабатлап өндәште.
- Ней... сәй ҡайғыһы юҡ әле, Зөләйха еңгәй, - борсоулы йөҙөн аҫҡа эйеп, тамаҡ ҡырып ҡәйнеше һүҙен дауам итте, - һеҙ ҡайтҡас тегендә ,,чп,, булып алды бит...
- Аһ-аһ, ни булды шул арала? Вилнур ҙа һаман юҡ...
Еңгәһенең ағарып китеүен күреп, Фәрит уны тынысландырырға ашыҡты:
- Юҡ-юҡ! Вилнур иҫән-һау, һәйбәт. Тик класындағы Лоҡман Хәбировичтың малайы менән эләгешеп киткәндәр ҙә... – иренен ҡымтып шым ҡалды ҡәйнеше.
- Уй, Алла! Шунан ни булған?
- Һеҙ әллә ни ҡайғырмағыҙ, Зөләйха еңгәй. Ул хәтле трагедия ла түгелдер, әйтеп булмай... Үҙегеҙ беләһегеҙ, Әғзәм Әғзәпович өлкән синыфтарҙан бүрәнә араһындағы мүкте тыҡтырырға ҡушҡайны.Өҫкө рәттәр генә ҡалғайны... Бөгөн Вилнурҙарҙың класын алып сыҡҡайным. Өҫтә эшләп йөрөр өсөн ҡуйылған таҡта өҫтөндә икәүләшеп төрткөләшеп алғандар ҙа киткәндәр. Малайҙар ғына менеп эшләй ине, әллә ҡайһы арала Йосопова Гүзәл дә менеп киткән.Вилнур Русланды эткәнмелер, төрткәнмелер, белмәйем, һәр хәлдә тегенеһе Йосоповаға барып бәрелгән. Уны-быны аңғармай торған Гүзәл аҫҡа тәгәрәгән. Русланға бер ни ҙә булмаған, өҫкә сығып торған бүрәнәгә эләгеп ҡулы ҡына һыҙырылған, шикелле...
Ә бына ҡыҙыҡай аҫтағы кирбес өйөмөнә барып төшкән, әле ,,скорый,, менән алып киттеләр, хәле бик ауыр, тинеләр...
- Уй, Аллаҡайым! Ул, Вилнур, нимә ҡарап улайтып һуғышып йөрөй икән, шул Лоҡмандың малайы менән генә һуғышып йөрөмәһә , башына бәлә алып? Хәҙер нимә була инде? – күҙҙәренән бөрсөк-бөрсөк йәштәре тама башлаған Зөләйха апай ҡулъяулыҡ эҙләп кеҫәһенә тығылды.
- Әйҙә.еңгәй, тиҙерәк барайыҡ әле, участковый ҙа саҡыртҡандар.
Зөләйха апай тиҙ генә кейенде лә ҡәйнеше артынан ыңғайланы.
Мәктәптән балалар ҡайтышып бөткән ине инде, ниһәйәт, миңә лә ял булды тигәндәй, коридор ҙа тынып ҡалған. Тик уҡытыусылар бүлмәһендә генә кемдәрҙер бәхәсләшә ине:
- Улай бөтәһен дә бер кешегә ауҙармайыҡ әле, бында кемделер ғәйепләү ҙә мөмкин түгел бит. Фәрит Вәлиевичте ғәйепләр инең, ул да бит эште малайҙарға ғына ҡушҡан, малайҙар ҡурҡырлыҡ эш түгел, етмәһә, инструкция буйынса, ситенә тотоноп йөрөү өсөн һайғау ҙа ҡуйылған.
- Һуң бит Вилнурҙың Русланды этеп ебәреүен дә, уныһының Гүзәлгә бәрелеүен дә бөтәһе лә күреп торған бит, - тип һаман үҙенекен ,,тылҡыны,, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Венера Талховна һәм түргә үтергә ҡыймай ишек төбөндә тороусы Зөләйха апайға ҡарап, - ғәфү итегеҙ, Зөләйха Ғәзизовна, ләкин һәр кем үҙенең ҡылығы өсөн яуап бирергә тейеш, - тип өҫтәне.
Йыуан кәүҙәле Венераның өлкән күҙлектәре аша үҙенә тишә яҙып зәһәр итеп ҡарап ҡуйыуына Зөләйха апай, - Шул тиклем дә үс тотор икән кеше, - тип уйлап ҡуйҙы.
Өҫтәл эргәһендә ултырыусы Фәриҙә инәй һуҡ бармағын өҫкә күтәреп малайҙар яғына боролдо ла:
- Харап ҡына иттегеҙ балаҡайымды, башығыҙ менән яуап бирерһегеҙ, эттәр, - тип һулҡылдап илап та ебәрҙе, - былай ҙа етем үҫкән баланы... үҫеп кенә етте тигәндә...
- Фәриҙә апай, тынысланығыҙ инде, зинһар. Хәҙер медицина көслө бит, бөгөн-иртән булмаһа ла һауыҡтырып сығарырҙар. Ярай, егеттәр, һеҙ ҡайтһағыҙ ҙа була.Фәрит Вәлиевич, оҙатып ҡуй үҙҙәрен.
Директорҙың шул һүҙен генә көткәндәй, Руслан менән Вилнур ишеккә ыңғайланылар. Шул ваҡыт өҫтәл артында ултырған участковый:
- Көтөп тороғоҙ әле, малайҙар. Бына ошо урындарға ҡултамғаларығыҙҙы ҡуйығыҙ ҙа хәҙергә хуш булып тороғоҙ, - тине.
Малайҙар сығып киткәс тағы ла ниҙер сыймаҡлап торҙо ла папкаһын шапылдатып япты ла:
- Фәриҙә инәй әллә тим, ашыҡмай тораһығыҙмы, егеттәр бик йәлке бит, уҡыуҙары бөтөүгә лә күп ҡалмаған, - Фәриҙә әбейгә өндәште.
- Юҡ-юҡ, бирәм судҡа. Иҫһеҙ әпкиттеләр бит баламды... Венера ҡыҙым дөрөҫ әйтә, үҙ ҡылыҡтары өсөн үҙҙәре яуап бирһендәр. Атаһы Чечняла үлеп ҡайтты итгәс тә Вилнурға закон юҡмы әллә? Тегенеһе председатель малайы – майына сыҙай алмай йөрөйҙөр. Верховныйға барһам барам,кәрәктәрен бирәм. Яҡлаусыһыҙ бала, - тиһегеҙме әллә?
- Улай ҡырҡа һуҡмағыҙ инде, Фәриҙә апай, хәҙер боронғо заман түгел, дауаларҙар. Һис юғында Гүзәл һауығып сыҡҡансы сабыр итегеҙ, - тип күҙ йәштәре аша ялбарып ҡараны уға Зөләйха апай. Директор ҙа, уастковый ҙа сабыр итәйек, тип өгөтләп ҡаранылар, тик Фәриҙә инәйҙе күндерә алманылар. Ейәнсәрен үҙе генә бәпләп үҫтереп килгән әбейҙе лә аңлап булалыр кеүек тә бит...
Венера Талховна ғына һүҙгә ҡушылманы, ирендәрен ҡымтып ситтән генә ҡарап торҙо. Яратмай шул ул Зөләйханы, яратмай ғына түгел, күрә алмай. Тик эсендәге асыуын бер коллективта эшләүҙәре генә тыйып килә.
Улар икеһе лә ошо ауылдыҡы. Мәктәптә лә икеһе бер синыфта уҡынылар, Зөләйха ,,А,, , ул ,,Б,, класында. Зифа буйлы, аҡ йөҙлө,ҡыйғас ҡашлы, егеттәрҙе ,,аһ,. иттерерлек һылыу Зөләйха өҫтәүенә , бик матур йырлай ҙа ине. Уҡыуға килгәндә икеһе лә һыр бирмәне. 11 класты бөткәс Венера документтарын БГУ – ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетына тапшырырға булды.Өфөгә барғас унда йәшәүсе апайы менән документ тапшырырға барһа, абитуриенттәр араһында Зөләйханы күреп аптырап китте, сөнки ул уны сәнғәт юлын һайлар тип уйлаған ине, баҡтиһәң, Зөләйха ла уҡытыусы һөнәрен һайларға булған икән.Имтихандар ваҡытында Венера апайҙарында ятты. Күптән редакцияла эшләүсе Сәғиҙә апайының :
- Һөйләшеп бөткәнмен, үҙең саҡ ҡына тырышһаң булған, - тиеүе дөрөҫкә сыҡты.
Зөләйханың да имтихан һөҙөмтәләре һәйбәт ине. Шулай итеп, улар икеһе лә студент булып киттеләр. Венера ла ятаҡҡа күсеп алды. Студент һурпаһын һемерә – һемерә өсөнсө курсҡа ла еттеләр.Икеһе ике төркөмдә булһалар ҙа бер-береһенән айырылманылар. Һәүетемсә генә йәшәп яталар ине лә бит...һурпаға төшкән тараҡандай Таһир пәйҙә булды. Ул да Венераларҙың ауылдашы, хатта Венераның күршеһе ине.Төҫкә – башҡа һөймәлекле был егет ғәжәп тыныс тәбиғәтле, хатта бер аҙ шымтыйыраҡ та ине.Әрменән ҡайтҡан һылыу егеткә күҙ һалыусы ҡыҙҙар күп булһа ла Таһир үҙе ниңәлер береһенең дә артынан эйәрмәне. Десантсы булыуына ҡарамаҫтан, ҡайһы саҡ клубҡа сыҡһа ла һуғышып – фәлән дә йөрөмәне, эскәне – тартҡаны ла тойолманы. Күрше егетте Венера ла оҡшата ине, тик егет кенә ниңәлер иғтибар бирмәне. Шуға күрә Венера бер хәйлә уйлап тапты. Таһирҙың клубҡа берәй кисә йә концерт булғанда ғына йөрөүен белә ине. Шундай көндәрҙә йәһәт кенә инеп Таһирҙы һөйөнсөләй һәм китер алдынан уға иҫкәртеүен үтенә. Биҙәнеп – төҙәнеп Таһирҙың инеүен көтөп тора ла икәүләп сығып китәләр. Яңғыҙ ҡайтырға ҡурҡыуына һылтанып, Таһирға эйәреп ҡайтып китә. Шулай йөрөүҙәрен йәштәр төрлөсә шаштырып һөйләп бер булдылар, ә йөрөүҙәре шунан ғибәрәт ине: ҡайтып етәләр ҙә бер - береһенә хәйерле көн теләп хушлашалар һәм һәр ҡайһыһы үҙ ҡапҡаһына инеп китә. Шулай ҙа әле танауына яңы еҫ керә башлаған Венера Таһирға эҫенде лә китте, һуңғараҡ Таһир клубҡа сыҡмаһа, ул да сыҡмай башланы.
Бер ваҡыт Таһир һыуға төшкәндәй зым-зыя юҡ булды.Һуңынан уны Өфө тирәһендә милицияла эшләп йөрөй тинеләр. Венера тәүҙә унан хат та көтөп йөрөнө, ә Таһир,хат түгел, кеше аша булһа ла сәләм дә ебәрмәне. Венера уға арнап һөйөү шиғырҙары ла яҙҙы. Шулай ҙа ваҡыт үтә торҙо, уңмаған юлды ҡыума, тигәндәй, яйлап төңөлә лә башланы. Күңелле ятаҡ тормошо менән йәшәй башлағас, бөтөнләй төңөлдө.
5 – се семестр сиссияһынан һуң 3-сө курс студенттары тәүге практика һынауына ебәрелә. Венераларҙың башҡорт бүлеген райондарға тәғәйенләйнеләр, ә Зөләйха уҡыған башҡорт – урыҫ бүлеген башҡалала ҡалдырҙылар. Күптәр кеүек Венера ла ауылға ҡайтыуына ҡыуанды ғына. Ни тиһәң дә таныш уҡытыусылар, талап та ауыр булмаҫ, тип уйланы. Иртәрәк шатланған икән шул. Белгән булһа?!...
Шулай итеп, практика ла үтеп китте. Бына ул кире Өфөлә. Тәүҙә ул еҙнәләренә төштө, юлда арып та килгән ине. Ванна төшөп, тыныс ерҙә рәхәтләнеп ял итте лә еҙнәһе машина менән ятаҡҡа илтеп ҡуйҙы.
Ятаҡ шау - гөр килә. Бер - береһен, ятаҡ тормошон һағынып килгән егет – ҡыҙҙарҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Коридорҙа тәмле һурпа еҫе таралған. Ҡайҙалыр гитараға ҡушылып йырлайҙар, кемдәрҙер шяарып зыҡ ҡуба, берәүҙәр практикала булған ҡыҙыыҡтарын һөйләйҙәр. Көләләр. Венера ла һағынған иптәштәрен, әҙме - күпме бер айҙай күрешмәнеләр бит. Бына ауыр сумкаларын өҫтөрәп бүлмәгә килеп инде. Иң тәүҙә Зөләйханы күреп, ауыл сәләмдәрен һөйләп ҡыуандырырға уйлағайны, Зөләйха бүлмәлә булмай сыҡты. Ҡыҙҙар иртәнсәк үк килгән булғандар икән. Шулай сөкөрләшеп ултырғанда бер егеттең иртәнсәк үк Зөләйханы театрға тип алып сығып китеүен әйттеләр. Исемен ,,Таһир,, тигәстәре йөрәге жыу итеп ҡалды Венераның. Ҡыҙҙар егеттең ҡайһы яҡтан икәнлеген белмәй булып сыҡты. Ҡыҙҙарҙың һөйләүенә ҡарағанда, уларҙы ятаҡта ,,Таһир менән Зөһрә,, тип кенә йөрөтәләр икән. Венера Зөләйханың ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көттө, юҡ, әхирәтен һағыныуҙан түгел, ә егеттең кем икәнлеген тиҙерәк беләһе килде уның. Кис еткәс ул түҙмәне,вахтанан үткәрмәһәләр күрмәй ҡалырмын тип уйлап, бүлмәләше Зөлфиәне алды ла тышҡа сығырға булды.Ятаҡтан сыҡҡас, яҡтыға өйрәнгән күҙ менән, тәүҙә берәүҙе лә таный алмай торҙо.Ятаҡ алды йәштәр менән тулған, кемдәрҙер айырылып китә алмай бер була, берәүҙәр кеше аша ҡыҙҙарҙы саҡырта, берәү тәҙрәгә ҡар бәреп маташа, һыҙғырыу, ҡысҡырыу тауыштары ҡаланы яңғырата.
Шул саҡ ул ,, Венерау!,, тигән таныш тауыш ишетте. Тиҙ генә , ҡулъяулығы менән һөртөп торған күҙлеген эләктерҙе лә тауыш килгән яҡҡа боролдо. Ни күҙе менән күрһен, уң яҡтағы мөйөштә Таһир менән Зөләйха йылмайышып торалар, Зөләйханың ҡулындағы роза сәскәләрен күреп, Таһирҙың - ,, Әллә күрше танымай ҙа инде,, - тиеүенә яуап иткәндәй, уҫал итеп ҡараны ла һикәлтә буйлап эләгә – йығыла төшөп китеп тә барҙы. Ул көндө ул ятаҡҡа ҡайтмай апайҙарында ҡунды, ә аҙаҡтан - ,,Таһирҙы барыбер үҙемдеке итәм,,- тип тә йөрөп ҡараны, тик бер эш тә ҡыйрата алманы. Етмәһә,ҡыҙҙар ҙа - ,,Улар бер – береһен яраталар, юҡ менән булышып йөрөмә,, - тип тылҡыйҙар. Таһир менән Зөләйханың көн дә бергә йөрөүҙәрен, бер - береһе өсөн өҙөлөп тороуҙарын күреп Венераның эсендә үс ҡайнаны. Ахырыһы түҙмәне, апайҙарына күсеп китте. Шунан бирле Зөләйха уға ,,пәрей,, кеүек күренә башланы. Етмәһә, үс иткәндәй, әллә ире ғәйепле, әллә үҙе ,,ҡыҫыр,, булды – бала төҫө күрмәй йәшәп ятыуы.
Таһир юҡ инде хәҙер, ололар әйтмешләй, ,,ысын донъя,,ға китеп барҙы.
Өфөлә милицияла эшләп йөрөүсе Таһирҙы командировка менән Чечняға ебәрәләр, әммә ике айҙан цинк табутта әйләнеп ҡайтты. Шунан һуң Зөләйха ла ауылға әсәһе янына күсеп ҡайтып төштө, әсәһе лә олоғайған ине. Берҙән, әсәһен көтөргә кәрәк булһа, икенсенән Өфө Таһирын хәтерләтеп тик торор төҫлө тойолдо. Венера ауылда эшләй ине инде. Тик Таһирҙың үлеме уның Зөләйхаға булған ҡарашын үҙгәртмәне.
Иртәгәһен мәктәптә булған хәл тураһында бөтә ауыл һөйләй ине инде. Ул мөйөштә лә, был мөйөштә лә бер – береһен уҙҙырып, төрлөсә үҙгәртеп, күпертеп ғәйбәт һаталар:
- Ҡыҙыҡайҙың хәле мөшкөл, тиҙәр бит, Өфөгә оҙатҡандар икән, - тип ишеткәйнем.
- Кирбес өйөмөнә тура килеп ҡолауы бит әле уның, башы ла ярылған, - тиҙәр түгелме һуң?
- Умыртҡа һөйәгенә операция яһамайынса булмай,- тигән бит врачтар
- Зөләйханың малайы арҡаһында килеп сыҡҡан, тиҙәрме? Уҡытыусылар ҙа шунан күрә икән.
- Йә инде, бәлә ағас башынан йөрөмәй,әҙәм башынан йөрөй, тигәндәре раҫтыр инде.
- Зөләйха ла яңыраҡ ҡына әсәһен ерләгәйне,теге йылда Таһирын юғалтты.
- Бер ҡыҫырыҡлаһа ҡыҫырыҡлай бит ул.
- Фәриҙә инәй судҡа яҙып биргән, - тип, мин дә беләм, тигәндәй әйтеп ҡуйҙы ,,32 теш Дилара,,ның эргәһендә торған ейәне.
- Кит, ат дағалағанда баҡа ботон ҡыҫтырған, тигән шикелле, - өләсәһе ейәнен төртөп ебәрҙе, уныһы танауын мыш-мыш тартып ситкә шылды.
Ә был ваҡытта мәктәптә лә ваҡиғалар ҡуйыра төштө. Директор кабинетена Фәрит Вәлиевич килеп инде һәм:
- Мин бар ғәйепте үҙ өҫтөмә алам, егетте әрәм итмәгеҙ, - тип өҫтәлгә ғаризаһын һалды
- Ә килен? – тип аптырап һораны, былай ҙа ни эшләргә белмәй башы ҡатып шаңҡыған директор.
- Ул бит медик, беҙ һөйләшкәнбеҙ инде, моғайын, эш табылыр. Мин ҡайҙа- ул да шунда булыр.
Кабинетка Зөләйха апай килеп ингәс, улар шымып ҡалдылар.
- Фәрит, - тине Зөләйха апай, - адвокат яллар кәрәк булыр ул.
- Борсолмағыҙ, Зөләйха Ғәзизовна, барыһы ла һәйбәт булыр. Вилнурҙы һаҡлағыҙ, - тип Фәрит ҡәйнеше кабинеттан сығып китте. Ул сыҡҡас, Әғзәм Әғзәпович Зөләйха апайға Фәриттең һүҙҙәре хаҡында һөйләне.
- Юҡ, юҡ! Вилнур риза булмаясаҡ!
- Һеҙ, Зөләйха Ғәзизовна, әлегә улығыҙға бер ни ҙә өндәшмәй тороғоҙ, аҙаҡ күҙ күрер.
- Белмәйем, белмәйем...
Тик... әйтеүе генә анһат! Фәрит ағаһының ғәйепте үҙ өҫтөнә алыуын белгәс, Вилнур әсәһе менән бөтөнләй һөйләшмәҫ булды. Зөләйха апай уға төрлөсә итеп Фәриттең бар ғәйепте үҙ өҫтөнә алыуында бер ҡыҫылышы ла юҡлығын аңлатырға тырышып ҡараны, булманы.Вилнур ҡулына аттестат алыу менән ауылдан сығып китте.
-Ниңә генә ҡайттым мин ауылға, ниңә?... Ҡайырҙылар ҡошсоғомдоң ҡанатын, нығынып та өлгөрмәҫ элек ҡайырҙылар... – Таһиры һоҡланып туя алмаған шоморт ҡара сәстәре ап-аҡҡа әйләнгән Зөләйха апай һығылып төштө...
... Тирә-яҡҡа ҡыҙыл шәфәҡ төштө, ҡояш байый.Йәйге кис булыуына ҡарамаҫтан һалҡынайтып та ҡуйҙы. Тик йылға ярында яңғыҙ ғына ултырыусы сал сәсле ир генә шәфәҡ нурына ла, һалҡынға ла иғтибар итмәне, хатта эңер төшөүен абайламаны ла шикелле ул. Ара-тирә йылғаға ҡулына эләккән ташты алып ата ла тағы тын ҡала. Ә йылға... аға бирә. Уның сылтыраған тауышы ирҙең мейеһен ҡуҙғыта, уйҙарына ҡушыла ,,һуңланым, һуңланым,һуңланым....,,
Ер өҫтөн ҡара төн япты, ә ир ҡуҙғалырға уйламаны ла. Төн ҡараңғылығындай ирҙең уйҙары ла ҡараңғы, ауыр. Болотло төндә болот араһынан күренеп киткән ай нурылай тормошоноң яҡты көндәре иҫенә төшәлер инде, ир һүрән генә йылмайып ҡуя. Нисә йылдар ауылына ҡайтҡаны юҡ ине уның. Әле лә ҡайтып ҡына күңеле болоҡһоуын баҫырға ла кире китергә ине иҫәбе.
...Әсәй, әсәкәйем... Мин ҡайтырға тейеш инем бит... Һис юғында хәлемде белгертеп сәләм ебәрергә тейеш инем... Һине,. мин аяҡтан йыҡҡанмындыр инде ул, күпме хәсрәт килтерҙем мин һиңә...
Бар ине шул уның да бәхетле саҡтары...
Теле телгә йоҡмай ниҙер һөйләп иптәштәрен көлдөрөп тороусы Вилнурҙы Гүзәл, үҙе лә һиҙмәҫтән, ситтән генә күҙәтә башланы.Яңыраҡ ҡына Өфөнән күсеп ҡайтыусы был егет уларҙың класында уҡый ине, әсәһе лә шул мәктәптә уҡыта. Нисек бығаса иғтибар итмәне икән – яҙынҡы маңлай, күпереп торған ҡуйы ҡара сәс, мыҡты, төҙ кәүҙә – асыҡ, аҡ йөҙлө Вилнурҙы иптәштәренән бөтөнләй айырып тора. Өҫтәүенә йор һүҙле, алсаҡ, бейергә, йырларға ярата. ,,Айырым иғтибарҙа икәне күренеп тора, шуның өсөн дә һәр саҡ йәштәр уртаһында икән,, - уйҙарына бирелгән Гүзәл һаман да егеткә төбәлеп торған икән, Вилнурҙың тауышынан тертләп китте.
-Ниңә ныҡ ҡарайһың, күҙ тейҙерәһең бит?
Оялышынан ни эшләргә белмәй Гүзәл уға үпкәле -асыулы ҡарашын ташланы ла ситкәрәк шылып баҫты.
-Ҡара-ҡара, әллә һеркәһе һыу ҙа күтәрмәй инде? Үпкәләне түгелме?
Егеттең һөйләнә-һөйләнә үҙенә табан ыңғайлауын күргән ҡыҙ шәп-шәп атлап китеп тә барҙы.
-Бынағайыш... – тигән аптыраулы һүҙ генә ҡыуып етте уны.
Ошо көндән Гүзәл Вилнурҙың күҙенә салынмаҫҡа, ул булған урындан ҡасырға тырышты. Вилнур, киреһенсә, уға тап булырға ғына тырышып торҙо.
Бер көн үҙҙәренең ҡапҡаһы төбөндә тороусы Вилнурҙы күреп тағы баҙаны, мәктәптә бергә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ,, һаумыһығыҙ,, тине лә урап инеп китмәксе булды.
-Гүзәл, ниңә ҡасаһың? – Вилнур уны эләктереп алды, - минең һиңә әйтер һүҙҙәрем бар, - ҡолаҡ остарына тиклем ут булып янған Гүзәлде үҙенә бороп күҙҙәренә ҡараны ла, - бына мине лә ҡаушаттың, алма бит, әйтер һүҙҙәремде лә оноттом, - тип йылмайҙы.
Айырылмаҫ дуҫҡа әйләнде улар. Араға керергә теләңселәр ҙә күп ине, бигерәк тә Руслан, тик Вилнурҙан шөрләйҙәр ине.
...Һәм бына көтөлмәгән бәлә...
Их, Гүзәл, ниңә мендең һин беҙҙең янға? Беҙ, бәлки яғалашыр ҙа туҡтар инек, бәлки... үҙебеҙ ҡолар инек. Һиңә ҡарата әйтелгән бер генә насар һүҙҙе лә күтәрә алмай инем бит мин...
...Һине иҫән, тиҙәр... бәхетле, тиҙәр... Ә минең һине эҙләп табырға, ғәфү үтенергә лә көсөм етмәне, бөтә донъяға асыулы тере мәйет инем мин...
-Бөгөн ниңәлер һуңланы, - ишек асылған тауышты ишетеп, Гүзәл кухняға аш йылытырға ашыҡты. Бына Сәғит уның янына килеп сыҡты, тик элеккесә шаярып та алманы, шым ғына ашарға ултырҙы.
- Бөгөн мин һинең класташыңды күрҙем.
- Кемеһен?
- Әйтһәм дә ышанмаҫһың, Вилнурҙы...
Гүзәлдең ҡулынан ҡалағы төшөп китте. Ап- аҡ булған ҡатынын Сәғит тынысландырырға ашыҡты:
- Мин уға һинең турала бөтөнләй өндәшмәнем. Әммә саҡырҙым, ул килергә булды. Һинең был ҡалала йәшәүеңде ул ҡайҙан белһен? Белгән булһа, моғайын, эҙләп табыр ине. Беләһеңме, мин уны нисек таныным – фотоһы буйынса. Танышырға булдым, күп һаташтың бит һин уның менән, ҡыҙыҡһындым. Ғүмер буйы мине ҡыҫырыҡлап күңел түреңде биләгән кешене яҡындан беләһем килде, - шупда ул ҡатынының ҡолап барыуын аңғарып, уны тотоп алды, - Гүзәл, ни булды, Гүзәл?
Теләйһеңме, мин уға шылтыратам, килмәһен?
-Һин, бәлки, яңылышҡанһыңдыр? – бер аҙ тынысланғас, өмөт менән иренә ҡараны Гүзәл, - ул, иҫән булһа, мине эҙләп табыр ине?...
- Уны бутау мөмкин түгел, бер күреү менән иҫтә ҡала торған кеше, уның килмәүе хәйерлерәктер ҙә, бәлки...
- 18 йыл...
- Эҙләмәүенең сәбәптәре лә булғандыр инде, тиген түгелдер. Яҡшы кешегә оҡшаған былай. Ярай, мин ,, килмә,, - тип шылтыратайым әле.
- Юҡ, - тине Гүзәл ашығып, - мине уны һыңар күҙ менән булһа ла күрәһем килә...
Үпкәләмә, Сәғит, уны яратҡандан түгел...
- Ни хәлдә лә мин аңларға тырышырмын, унан тағы был донъяны өсмөйөштән тора тиҙәр, түгелме, - тип Гүзәлен күкрәгенә ҡыҫып тынысландырырға тырышты Сөғит.
Нисек өҫтәл әҙерләне, нисек йүнәтелде - Гүзәл аңларлыҡ хәлдә түгел ине, ул бөтә эштәрҙе лә робот хәлендә башҡарҙы. Шул арала үҙендә Сәғиттең һынамсыл ҡарашын тойҙо, юҡ, яңылыша Сәғит, ул инде уны бер кемгә лә алыштырмаясаҡ, Вилнур бары уның йәшлеге, ул уның хәләленә тиңләшә лә алмай, ул уны иң ауыр саҡтарҙа ташлап ҡасты...
Бына көткән сәғәт килеп етте. Ишек ҡыңғырауы шылтырауға Сәғит ҡатынына тағы ла бер ҡараш ташланы ла ишек асырға йүнәлде. Гүзәл нисек тә үҙен ҡулға алырға, Вилнурҙы синыфташ итеп кенә ҡабул итергә уйланы. Күҙ йәштәрен йәһәтләп ҡоротто ла ишеккә арты менән боролоп тынысланып алырға булды.
-Әйҙә, Вилнур, түрҙән уҙ. Гүзәл, минең ҡунағым килде, ҡаршы ал, - тип Сәғит ҡунаҡты түргә әйҙүкләне.
- Гүзәл албырғамаҫҡа, юғалып ҡалмаҫҡа ныҡлап уйлағайны инде. Ул, боролоп:
- Һаумы, класташ, - тип иҫе китеп, һушһыҙ булып торған иргә ҡулын һуҙҙы.
- Гүзәл???... – Вилнурҙың тауышы ҡалтырап, теҙ быуындары бөгөлөп китте.
- Ниңә үлгән тип уйлағайныңмы әллә? Бына 18 йыл үтте, алдыңда баҫып торам.
- Ғәфү ит мине, Гүзәл... ғәфү итә алһаң?...
- Кәрәкмәй, ғәфү үтенмә... Яҙмыш ҡушыуылыр... Бына ирем, Сәғитем, мин уға бик рәхмәтлемен. Ике улыбыҙ бар, шулар минең өсөн үҙе ҙур бәхет. Ә һин түрҙән уҙ, һөйләшеп ултырырбыҙ, беҙҙең бит хәтерләр иҫтәлектәребеҙ күп. Сәғит, ҡунағыңды түр бүләмәгә үткәр.
Бүлмәгә үткәс, Вилнурҙың күҙенә иң беренсе ҙурайтылып рамдарға ҡуйылған фотолар салынды. Бына Сәғит менән Гүзәлдең туй фотолары – ниндәй ған. Һәм... Гүзәл менән йәнәшә ул үҙе тора. Бөтәһе лә матурҙар, бөтәһе лә бәхетлеләр. Их, йәшлек...
- Һине Сәғит шул фото буйынса таныған, - тине кухнянан аш сығарып килеүсе Гүзәл, Вилнурҙың синыфташтар фотоһына текәлеп тороуын күреп, - һин артыҡ үҙгәрмәгәнһең, тик... сәстәрең генә үтә иртә салланған. Әйҙәгеҙ, өҫтәл артына.
Йә, Вилнур, һөйләп ебәр, ҡайҙарҙа юғалып йөрөнөң? Әсәйеңде лә ерләшергә ҡайта алмағанһың икән. Хәйер, ул һинең ҡайҙалығыңды белмәй ҡаңғырып йәшәгән, тиҙәр.
- Оят инде миңә... Аҡланырлыҡ бер сәбәп тә юҡ... Әсәйем эҙләп тапҡас та иҫемә килә алманым.Уға- ,,мин иҫән, ҡайғырма, эҙләмә, тип кенә яуап яҙҙым да... бөттө.Әле лә ҡайтырға ла кире китергә уйлағайным. Самолётҡа билет алған ерҙән кире уйлап ошо ҡалала эш эҙләп ҡарарға, Башҡортостандан бер ҡайҙа ла китмәҫкә булдым. Фәрит ағайым да китәм тигәс, бик борсолоп тороп ҡалғайны.
- Эйе, мин ауылға ҡайтҡанда уны ла, Зөләйха апайҙы ла күреп китә торған инем... Бик ҙур борсоуҙарға һалдың һин уларҙы...
- Теге ваҡиғанан һуң әллә нишләнем мин, әйтерһең эстә бер нәмә өҙөлдө...Стресмелер, оҙайлы деприссиямылыр – белмәйем... Тормошом мәғәнәһеҙгә әйләнде. Бер яҡтан бәхетем булды, Хоҙай мине эскенән араланы.Эшләнем дә эшләнем... Ҡайтырға ла уйлап ҡуйғыланым, тик күҙ алдына бура башындағы ваҡиғалар килде лә баҫты, килде лә баҫты...Әлдә һин һауыҡҡанһың, әлдә һин бәхетлеһең – мин шуға ҡыуанам.
- Рәхмәт, үҙең өйләнмәнеңме һуң?
- Юҡ, мине бит ,,Хикмәт,,- тип кенә йөрөттөләр, күрәһең, кешеләргә сөйер күренгәнмендер...
Вилнур һуң ғына ҡайтырға сыҡты. Тыныс ине ул, күкрәгендә йөрөткән ауыр таш онталып юҡҡа сыҡты, күкрәген тултырып төнгө һауаны һуланы ла үҙен оҙатырға сыҡҡан Сәғиттең ҡулын бирҙе:
- Рәхмәт һиңә, Гүзәл өсөн дә, бөгөнгө саҡырыуың өсөн дә.
- Килеп йөрө, - тине Сәғит уның ҡулын ҡыҫып, - Гүзәлде бит билдәһеҙлек иҙә ине, хәҙер артыҡ борсолмаҫ.
Сәғит ҡунағын оҙатты ла өйгә инде.
-Йә,- тине ул, өҫтәл йыйыштырып йөрөүсе ҡатынын иркәләп, - ҡәнәғәт булдыңмы?
Ҡатыны уға һыйынды һәм иренең күҙҙәренә иркәләнеп кенә ҡарап:
- Минең дә һиңә сюрпризым бар, ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы, - тип йылмайҙы.
- Йә, йә.
- Аллаһы тәғәлә беҙгә тағы ла бер малай бүләк итмәксе.
- О-Һо- һо, тик ниңә ҡыҙ түгел, һин бит ҡыҙ теләгәйнең?
- Һинең нәҫелеңде арттырырға булдым, ер йөҙөндә яҡшы кешееләр күберәк булыр, - тине Гүзәл һәм иренең йөҙөнә сыҡҡан шатлығын күреп үҙе лә сикһеҙ ҡыуанды.
,,Вилнур дөрөҫ әйтә, бик пар килгән бәхетле парҙар беҙ, - тип уйлап ул иренә нығыраҡ һыйынды, - эй. Хоҙайым, ошо бәхетемдән айырма мине."
Вилнур менән Сәғит, икеһе ике цехта эшләгәнлектән, һирәк осрашалар ине.
Бөгөн Сәғит уны ашханала көтөп алды. Күрешкәндән һуң:
- Бөгөн эштән һуң беҙгә барып сыҡ, - тип ҡунаҡҡа саҡырҙы.
Үҙ эсенә бикләнеп, уйҙары менән генә йәшәп өйрәнгән Вилнурҙың икеләнеүен күреп:
- Кире ҡағыу ҡабул ителмәй, мин һине эштән һуң көтөп торам, - тип цехына ашыҡты.
Килеп квартираға инеү менән, эстә һөйләшкән - көлөшкән ҡатын-ҡыҙ тауыштарын ишетеп, Вилнур тағы ла яйһыҙланып китте,Сәғиткә аптырап ҡарап:
- Һеҙҙә ҡунаҡтар бар, ахырыһы, ҡайһылай уңайһыҙ булды, - тине.
- Минең һеңлем ул, бер туған, ун кешеләй бар инде үҙе бер шаулай башлаһа, - тине лә Сәғит ҡунағын түргә әйҙүкләне.
- Бына беҙ ҡайтып та еттек, ә һеҙ беҙҙе ишетмәйһегеҙ ҙә.- Сәғит өҫтәл әҙерләп йөрөүсе ҡатыны менән һеңлеһен ҡосаҡлап яратты ла, - Вилнур, таныш бул. Минең һеңлем – Зөлфиә, - тип ҡунағы менән һеңлеһен таныштырҙы.
Зөлфиә уға ҡулын бирҙе лә:
- Еңгәй, ысынлап та класташың берҙә үҙгәрмәгән, - тип еңгәһенә боролоп йылмайҙы.
Асыҡ, алсаҡ, тиктормаҫ Зөлфиә Вилнурға уйҙары менән бер минут та яңғыҙ ҡалырға ирек бирмәне, хатта Вилнур Гүзәлдең ауырлы икәнлеген дә ҡайтыр саҡта ғына аңғарҙы.Һуңынан улар Зөлфиә менән икеһе бергә ҡайтырға сыҡты.
Уларҙы оҙатып ингән Сәғит:
- Их, беҙ уйлағанса булып өйләнешһендәр ине, Зөлфиәгә лә бит хәҙер 27 йәш, - тине, ә Гүзәл:
- Борсолма, улар бер-береһен таптылар инде, моғайын, Вилнур уны ҡулынан ысҡындырмаҫ, - тигәс, көлөп:
- Кем белә, бәлки, Зөлфиә ысҡындырмаҫ, - тип ҡатынын ҡосаҡлап алды, - минең кеүек.

Зәйтүнә Айытбаева.

/ejansura.ru

Яҙмыш ҡушыуы (хикәйә)
Яҙмыш ҡушыуы (хикәйә)
Автор:
Читайте нас: