Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Май 2023, 19:34

Закон хайуандарҙы яҡлаясаҡ

Документҡа ярашлы, йорт хайуандарын аҫрау буйынса талаптарҙы күҙәтмәгән өсөн штрафтар ҡаралған

Закон хайуандарҙы яҡлаясаҡ
Закон хайуандарҙы яҡлаясаҡ

Дәүләт Думаһы хайуандар менән мөғәмәлә итеүҙә закондарҙы боҙған өсөн яуаплылыҡты көсәйтеүҙе күҙ уңында тотҡан мөһим закон ҡабул итте. Документҡа ярашлы, йорт хайуандарын аҫрау буйынса талаптарҙы күҙәтмәгән өсөн штраф ҡаралған.  Граждандар өсөн уның өс мең һумға, вазифалы кешеләр өсөн – 15 мең һумға, юридик берәмектәр өсөн 30 мең һумға тиклем етеүе мөмкин.  Бынан тыш, хайуандар менән аяуһыҙ, ҡанһыҙ мөғәмәлә иткән өсөн, енәйәт язаһы  билдәләре күҙәтелмәгәндә, граждандар 15 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләр –30 мең, юридик берәмектәр 100 мең һумға тиклем штраф түләйәсәк. Шулай уҡ граждандар һаулығына йәки ғүмеренә, мөлкәтенә зыян килтергәне өсөн йорт хайуандары хужалары иңенә административ яуаплылыҡ йөкмәтеү тәҡдим ителә. Административ штрафтың 200 мең һумға етеүе ихтимал.

Фото:zoo69.ru

https://bashgazet.ru

Закон хайуандарҙы яҡлаясаҡ
Закон хайуандарҙы яҡлаясаҡ
Автор:
Читайте нас: