Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Май 2023, 09:03

Бөгөн төндә фажиғәле янғын булған

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндергәндә дүрт кешенең мәйете табылған - өс өлкән кеше һәм бер бала.

Бөгөн төндә фажиғәле янғын булған
Бөгөн төндә фажиғәле янғын булған

Благовар районының Иҫке Күсәрбай ауылында ҡот осҡос ваҡиға булған.

"Цветочная" урамындағы тораҡ йортта янғын сыҡҡан.

Йорттан тыш, мунса һәм һарай янған. Янғынды һүндергәндә дүрт кешенең мәйете табылған. Был өс оло кеше һәм бер бала тип фаразлана, шәхестәр асыҡлана. Конструкцияларҙы һүтеү дауам итә.

Был ваҡиғаның сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана. Иртә менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышын район хакимиәте бинаһында уҙғарыу  планлаштырыла.

Фото: МЧС по РБ

https://kiziltan.ru

Бөгөн төндә фажиғәле янғын булған
Бөгөн төндә фажиғәле янғын булған
Автор:
Читайте нас: