Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Май 2023, 08:50

Талпанды емергәндәр

Саф көмөштән эшләнгән арт-объект ни бары 966 көн генә торған.

Талпанды емергәндәр
Талпанды емергәндәр

Талпандың исеме лә бар - Валера. Әлеге арт-объекттың авторы Олег Чегодаев әйтеүенсә, уны мәктәпте тамамлаусылар урлаған икән.

"966 көн ул беҙҙе һөйөндеөрҙө, табиғәттә һәр бөжәктең мөһимлеген һәм энцефалиттан прививка яһатырға кәрәклеген иҫкә төшөреп торҙо. Һәм бына ул хәҙер беҙҙең менән юҡ. Бындай „бүләк“те беҙгә һәм ҡалаға сығарылыш класс уҡыусылары, иң башына ҡыҙыл таҫма тағыусылар яһаны. Видеоға ҡарайбыҙ һәм моңһоу йылмаябыҙ, беҙ ҙә йәш саҡта һәр төрлө ахмаклыҡтар эшләгәнбеҙҙер, әммә был ҡәҙәр үк түгел. Хәҙер уларға ҡыҙыҡтыр, әммә ҡасан да булһа был ҡылыҡтары өсөн оялырҙар тип ышанабыҙ", - тип яҙған ул социаль селтәрҙә.
Олег Чегодаев өҫтәп әйтеүенсә, талпанды элекке урынынында тергеҙәсәктәр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һәйкәл 2020 йылдың сентябрендә Мостай Кәрим урамындағы йорттоң ишек алдында ҡуйылғайны. Ул 925-се проба саф көмөштән ҡойолған.

kiziltan.ru

Талпанды емергәндәр
Талпанды емергәндәр
Автор:
Читайте нас: