Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Май 2023, 00:01

Тағы ла дүрт станция төҙөләсәк

Башҡортостанда автомобилдәргә газ тултырыу буйынса тағы ла дүрт станция барлыҡҡа киләсәк. Был турала 31-се Халыҡ-ара “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһендә ҡарар ителде.

Тағы ла дүрт станция төҙөләсәк
Тағы ла дүрт станция төҙөләсәк

Башҡортостанда автомобилдәргә газ тултырыу буйынса тағы ла дүрт станция барлыҡҡа киләсәк. Был турала 31-се Халыҡ-ара “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһендә ҡарар ителде.

“Газпром газомоторное топливо” компанияһы исеменән күргәҙмәлә уның генераль директорының капиталь төҙөлөш буйынса урынбаҫары Игорь Гольдзон сығыш яһаны. Ул әйткәнсә, 2026 йылға саҡлы был станциялар Өфөлә һәм Бөрөлә, шулай уҡ “Көнсығыш” М-12 трассаһында урынлашасаҡ.

Әлеге мәлдә республика биләмәһендә “Газпром”дың автомобилдәргә газ тултырыу буйынса 27 станцияһы эшләй.  Уларҙы етештереү ҡеүәте метан техникаһы автопаркын биш мең берәмеккә арттырыу мөмкинлеген бирә. Федераль субсидияға, республикананан финанслауға ярашлы, Башҡортостан кешеләренең үҙ автомобилен газ яғыулығына бушлай күсертеү форсаты бар.

Фото: “Башинформ”.

 

Тағы ла дүрт станция төҙөләсәк
Тағы ла дүрт станция төҙөләсәк
Автор:
Читайте нас: